Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САБИРЙӘНОВ Әнәс Ғәлимйән улы

Просмотров: 1336

САБИРЙӘНОВ Әнәс Ғәлимйән улы (22.7.1934, ТАССР‑ҙың Теньки а. — 8.4.2018, Нефтекама ҡ.), энергетик. СССР‑ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1971), СССР‑ҙың почётлы энергетигы (1986). 1950 й. алып ТАССР‑ҙа эшләй. 1967–72 йй. һәм 1975–89 йй. Ҡарман ДРЭС‑ында энергоблок машинисы, өлкән машинист, 1991–2006 йй. Нефтекама балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү ҡала үҙәге слесары. 1972–75 йй. ГДР‑ҙа эшләй. Ҡаҙандарҙың нейтраль кислородлы һыу‑химия эш режимын, көкөртлө мазутты һауала аҙ ҡалдыҡлы итеп яндырыу ысулын һ.б. индереүҙә ҡатнаша. БАССР‑ҙың 10–11‑се саҡырылыш депутаты. СССР-ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1979). Сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Удостоены за труд: [очерки]. Уфа, 1982.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019