САЛАУАТ ТИМЕР‑БЕТОН ЗАВОДЫ.
САЛАУАТ ТИМЕР‑БЕТОН ЗАВОДЫ. 1960 й. 18‑се төҙөлөш идаралығының (1950 й. нигеҙләнгән; ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) Баш ярҙамсы пр‑тиелар контораһын үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә нигеҙ һалына, 1994 й. алып ААЙ, 2014 й. ябыла. Составына 2 форма эшләү, арматура, ремонт‑механика, мәғдән булмаған материал цехтары ингән. 2008 й. 292 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған. Завод тарафынан 5,5 млн м3 продукция етештерелгән; тимер‑бетон конструкциялар “Каустик”, “Сода”, Өфө нефть эшкәртеү заводы һ.б. пр‑тиеларҙы төҙөгәндә ҡулланылған. БР‑ҙа оҙон үлсәмле терәк конструкциялар (24 м тиклем) етештергән берҙән‑бер пр‑тие. Пр‑тие м‑н Б.Ф.Любимов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.
В.А.Потеряхин
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина