Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЛИМОВ Мөхәмәт Кәрим улы

Просмотров: 639

СӘЛИМОВ Мөхәмәт Кәрим улы [14.3.1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Елдәр а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) – 4.12.2000, Өфө], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). РСФСР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1947 й. алып Урал ауыр машиналар эшләү з‑дында (Свердловск ҡ.), 1947–49 йй. “Ленинуголь” тресының “Комсомолец” шахтаһында (Кемерово өлк.), 1950 й. башлап “Башнефть” берекмәһенең Һатҡы механизацияланған урман пунктында (Силәбе өлк.), 1951 й. – Синячихин урман транспорты хужалығында (Свердловск өлк.), 1954 й. алып Сталинск–Абакан т. юл линияһының Көнсығыш өлөшө төҙөлөш идаралығының 38‑се механизацияланған колоннаһында эшләй. 1955–85 йй. “Уфимтрансстрой” тресы 826‑сы төҙөлөш‑монтаж поезының балта оҫтаһы. Абакан–Тайшет газ үткәргесен, Ҡарлыман–Белорет–Магнитогорск, Мораптал–Һаҡмар тимер юл участкаларын; торлаҡ, соц.‑мәҙәни һәм көнкүреш тәғәйенләнешле объекттарҙы төҙөүҙә ҡатнаша. Ленин (1966), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән.

М.М. Глебова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.03.2024