Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУРҒАШ

Просмотров: 1290

ҠУРҒАШ (Plumbum), Pb, Д.И.Менделеев периодик системаһының IV төркөм химик элементы. Ҡ. — зәңгәрһыу‑һоро төҫтәге һығылмалы йомшаҡ, ауыр металл; tиреү 327,4°С; tҡайнау 1725°С, тығыҙлығы 11340 кг/м3. Химик яҡтан әүҙем түгел, ҡоро һауала окисланмай, дымлы һауала тоноҡлана, окисел плёнкаһы м‑н ҡап лана. Кислород м‑н — бер нисә окисел, металдар м‑н иретмәләр барлыҡҡа килтерә (натрий, кальций, магний уның ныҡлығын, ҡатылығын арттыра, химик тотороҡлолоғон кәметә, баҡыр коррозияға сыҙамлылығын арттыра). Азот м‑н тәьҫирләшмәй, йылытҡанда галогендар, көкөрт, ҡуйыртылған көкөрт, тоҙ к‑талары, зәһәр һелтеләр м‑н тәьҫирләшә. Азот, уксус к‑таһы, ҡайһы бер органик к‑талар (мәҫ., лимон к‑таһы) Ҡ. һыуҙа эреүсе (ацетат, нитрат, хлорат), аҙ эреүсе (хлорид, фторид) һәм эремәүсе (сульфат, карбонат, хромат, фосфат, сульфид) тоҙҙар барлыҡҡа килтереп эретә. Ҡ. һәм уның берләшмәләре ағыулы. Башҡортостанда Ҡ. баҡыр колчеданы мәғдәндәрендә (0,01— 0,1%), полиметалл мәғдәндәрендә (0,1— 0,8%), Ҡужа ятҡылығының барит мәғдәндәрендә (2%; Бөрйән р‑ны) һәм Үрге Әшә ятҡылығының ҡурғаш‑цинк мәғдәндәрендә (2,6%; Белорет р‑ны) бар. Төп минералы — галенит.

Башҡортостан баҡыркөкөрт комбинатының, Учалы таубайыҡтырыу комбинатының һ.б. төҫлө металлургия пр‑тиеларының ҡалдыҡ һаҡлағыстарында туплана (0,09—0,12%). 1978 й. алып “Салаватстекло” ААЙ Ҡ. окисы өҫтәмәләрен гәлсәр әйберҙәр етештереүҙә файҙалана. Ҡ. — радиациянан һаҡлау өсөн (радиоактив матдәләрҙе һаҡлау өсөн контейнерҙар, рентген кабинеттарының аппараттары һ.б.), химия сәнәғәтендә конструкция материалы сифатында, электр кабелдәренең тышлығын (коррозиянан һәм механик ватылыуҙан һаҡлау), электродтар, аккумуляторҙар яһау өсөн, Ҡ. изотоптары тау тоҡомдарының йәшен билдәләү өсөн ҡулланыла.

Н.В.Давиденко, В.Н.Никонов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: