Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮТӘ ЮҒАРЫ ЙЫШЛЫҠЛЫ ТЕХНИКА

Просмотров: 1282

ҮТӘ ЮҒАРЫ ЙЫШЛЫҠЛЫ ТЕХНИКА, фән һәм техниканың үтә юғары йышлыҡ (300 МГц — 3000 ГГц) диапазонындағы электромагнит тирбәлеүҙәрҙе һәм тулҡындарҙы өйрәнеү, файҙаланыу м‑н бәйле өлкәһе. Ү.ю.й.т. ҡоролмаларының үҙенсәлектәре: эш тулҡындарының оҙонлоғо — ҡоролмаларҙың һыҙыҡлы үлсәмдәре, тирбәлеү периоды — электрондарҙың осоп үтеү ваҡыты м‑н сағыштырмалы; тулҡындарҙың ионосферала насар йотолоуы һәм Ер өҫтөнә яҡын ҡатламдарҙа ныҡ йотолоуы (билдәле йышлыҡтарҙа); металл йөҙҙәрҙән сағылыу коэф. юғары булыуы; үтә юғары йышлыҡ энергияһын тар нур эсендә туплап булыуы; матдә м‑н энергетик тәьҫир итешә алыу һәләтлеге; үтә юғары йышлыҡ диапазонының киң мәғлүмәт һыйҙыра алыуы һ.б. Актив (юғары йышлыҡлы энергия сығанағы булған) һәм пассив, мәғлүмәт һәм энергетик Ү.ю.й.т. айырыла. Ү.ю.й.т. ҡоролмалары һәм системалары радиолокацияла, радионавигацияла, элемтәлә, телевидениела, фәннитикшеренеүҙәрҙә, мед. диагностикаһында һәм терапияла, көнкүреш приборҙарында һ.б. файҙаланыла. 1977—82 йй. БДУ‑ла ныҡ ҡуйы, парафинлы һәм битумлы нефтте ҡатламдан айырып алыу һәм өҫкә сығарыу өсөн электромагнит скважина сепараторы эшләнгән (Ф.Л.Сәйәхов, М.Ә. Фәтихов, В.П.Дыбленко һ.б.). Ҡоролманы газогидратты тарҡатыу һәм парафинды иретеү өсөн ҡулланырға мөмкин. 1978— 84 йй. ауыр, ныҡ ҡуйы һәм төрлө ҡатышмалар м‑н бысранған нефтте сығарғанда барлыҡҡа килгән ныҡ һыуланған тотороҡло нефть эмульсияларын тарҡатыу өсөн юғары йышлыҡтағы резонанслы электрдегидраторы (Сәйәхов, В.С.Хәкимов һ.б.); 1989 й. Нефть техник университеты м‑н берлектә (Сәйәхов, Ю.В.Антипин, Н.Ш.Имашев һ.б.) оптик яҡтан үтә күренмәле эреткестәр һәм асфальт-ыҫмала-парафин ултырмалары ингибиторҙарының һөҙөмтәлелеген билдәләү өсөн юғары йышлыҡлы электромагнит анализатор (“Ишимбайнефть”, “Краснохолмскнефть”, “Туймазанефть” НГДУ-һында һ.б. индерелгән) уйлап сығарылған. 90‑сы йй. БДПИ‑ла ӨДНТУ м‑н берлектә (Р.И.Сәйетов, Р.Ғ.Әбдиев) агросәнәғәт комплексы (Башҡ‑н биохимия комб‑тында, “Башхлебоптицепром”да һ.б.) материалдарының дымлылығын контролдә тотоу өсөн унификацияланған бер нисә юғары йышлыҡлы прибор; 1998—2008 йй. ӨДНТУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында (И.Х.Бикбулатов, Н.С.Шулаев, Р.Р.Дәминев), Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтары ҒТИ‑нда (Д.Л. Рахманҡолов) атмосфераны яғыулыҡ янғанда сыҡҡан зарарлы продукттарҙан таҙартырға (“Каучук” ЯАЙ) мөмкинлек биргән һәм бутендарҙы дегидрирлау юлы м‑н мономер кетондарын алыу, кальций карбонатын тарҡатыу, гем‑дихлорциклопропандарҙы синтезлау өсөн файҙаланырға мөмкин булған гетерофазалы эндотермик реакциялар өсөн үтә юғары йышлыҡлы каталитик реактор уйлап сығарылған.

Әҙәб.: Б и к б у л а т о в  И.Х., Ш у л а е в  Н.С., Д а м и н о в  Р.Р. Электрофизические методы воздействия и экооболочки в разработке и создании энергосберегающих экологически безопасных технологий. Стерлитамак, 2000; С а я х о в Ф.Л., Б а г а у т д и н о в  Н.Я. Электротепловые методы воздействия на гидратопарафиновые отложения. М., 2003.

М.Ә.Фәтихов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: