Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮҒАРЫ ҮТКӘРЕҮСӘНЛЕК

Просмотров: 1095

ЮҒАРЫ ҮТКӘРЕҮСӘНЛЕК, ҡайһы бер химик элементтарҙың, берләшмәләрҙең һәм иретмәләрҙең критик т‑ранан түбәнерәк һыуытыу ваҡытында электр тогына ҡаршылығы булмау хәленә күсеү күренеше. Матдәләрҙең критик т‑ралары төрлө була (ҡайһы бер керамик материалдар өсөн ул 100 К юғарыраҡ). Магнит ҡырының Ю.ү. хәлендәге материалдан “ҡы­ҫырыҡланып сығыуы”, ш. уҡ магнит ҡырының юғары үткәреүсән ҡулса эсендә квантланыуы Ю.ү. үҙенсәлеге булып тора. 1956 й. Ю.ү. электрондарҙың бәйләнешле хәле — Купер парҙары барлыҡҡа килеүе м‑н аңлатылған (Н.Н.Боголюбов, Л.Купер һ.б.), 1958 й. аныҡ матем. теория нигеҙләнгән (Боголюбов). 1987 й. Ҡаты есемдәр физикаһы ин‑тында (Черноголовка ҡ.) Ю.А.Осипьян етәкс. юғары т‑раларҙағы Ю.ү. өлкәһендә тикшеренеүҙәр башлана. Юғары үткәреүсән материалдар көслө магнит ҡырҙары булдырыу, үтә һиҙгер электрон приборҙар уйлап табыу өсөн ҡулланыла. 1975—94 йй. БДУ‑ла МДУ ғалимдары м‑н берлектә ферромагнетик һәм юғары үткәреүсән алыҫ тәртиптәре булған тигеҙ системалар симметрияһының үҙенән‑үҙе боҙолоуы тикшерелә (Боголюбов, М.Х.Харрасов); юғары т‑ралар­ҙағы юғары үткәргестәрҙең магнит, электр һәм акустик үҙсәнлектәре м‑н идара итеү мөмкинлеге асыла (Харрасов), уларҙа рәшәткә тирбәлеүҙәренең үткәреүсәнлек электрондарының спин флуктуациялары м‑н тәьҫир итешеүе электрон‑фонон бәйләнешенең эффективлыҡ параметрын үҫтерә, йәғни Купер парҙарында үткәреүсәнлек электрондарының үҙ‑ара тәьҫир итешеүе көсә­йә, был критик т‑раның күтәрелеүенә килтерә (М.А. Савченко, А.В. Стефанович, Харрасов). Шулай уҡ ҡара: Интерметаллидтар,­ Кадмий,­ Металлофизика.

Әҙәб.:­ Савченко М.А., Стефанович А.В., Харрасов М.Х. Высокотемпературная сверхпроводимость магнитокерамических систем. Уфа, 1997.

Ф.Ә.Исхаҡов,­И.Р.Ҡыҙырғолов

Тәрж.­Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: