Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨГӨЛДӨР

Просмотров: 1531

СӨГӨЛДӨР (Beta), алабута һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бер, ике һәм күп йыллыҡ үҫемлек заты. 15 төрө билдәле, башлыса Европала һәм өлөшләтә Америка, Азия, Африкала таралған. Башҡортостанда ябай тамыраҙыҡлы (аш С., мал С., шәкәр С.) һәм япраҡлы (мангольд) С. үҫтерәләр. Ике йыллыҡ үҫемлектәр. Һабаҡтары төҙ, ныҡ тармаҡлы. Япраҡтары эре, шыма йәки тулҡынлы, өсмөйөш, тел йәки йөрәк формаһында, һабаҡ япраҡтары — ваҡ, ултырма. Сәскәләре ике енесле, йәшел йәки аҡһыл төҫтә. Орлоғо бөрө рәүешле, өлгөргәндә ҡуш емеш (2—6 орлоҡло йомғаҡтар) барлыҡҡа килтереп ҡушылып үҫәләр. Аш С. — ҡыҙыл йәшелсә культураһы, сәсеүҙең 1‑се йылында ауырлығы 0,4—0,9 кг булған, составына 13—20% ҡоро матдәләр, ш. иҫ. 9— 16% шәкәр, 1,8—3% аҡһым, 0,5%‑ҡа тиклем органик к‑талар, 0,7—1,4% күҙәнәклек, 0,8—1,3% минераль тоҙҙар, С, В, Р, РР витаминдары ингән тамыраҙыҡ һәм япраҡтар розеткаһы барлыҡҡа килтерә. Дым, яҡтылыҡ яратыусы, ҡоролоҡҡа сыҙамлы үҫемлек. Вегетация осоро — 80—130 көн. Сәсеү әйләнешендә ҡыярҙан, томаттан һуң 2 юллы таҫмалар йәки киң рәт ысулы м‑н сәсәләр; орлоҡто сәсеү нормаһы 3—20 кг/га, сәсеү тәрәнлеге 2—3 см. Респ. сәсеү майҙандары 1,5—2,0 мең га, уңдырышлылығы 30—50 т/га тәшкил итә (2008). Мал С. — мал аҙығы культураһы, сәсеүҙең 1‑се йылында ауырлығы 10—12 кг тиклем булған тамыраҙыҡ һәм япраҡтар розеткаһы барлыҡҡа килтерә. Һутлы мал аҙығы сифатында ҡулланалар (япраҡтарын силослайҙар). 100 кг тамыраҙыҡта 12,2 мал аҙығы берәмеге һәм 0,9 кг үҙләштерелеүсе протеин бар; 100 кг япраҡта — 10,2 һәм 1,8. Ғәҙәттә, ферма яны сәсеү әйләнештәрендә йәшел мал аҙығына йыйып алынған бер йыллыҡ үләндәрҙән, картуфтан, силосҡа үҫтерелгән кукуруздан һуң үҫтерәләр. Вегетация осоро 125— 140 көн. Рәт араларын 45 см ҡалдырып, киң рәт ысулы м‑н сәсәләр; орлоҡто сәсеү нормаһы 3—16 кг/га, тәрәнлеге 3—4 см. Сәсеү майҙандары 4,5—5,0 мең га, уңдырышлылығы 45—60 т/га тәшкил итә (2008). Шәкәр С. — шәкәр сәнәғәте өсөн сеймал; етештереү ҡалдыҡтарын мал аҙығы (меласса, һығынды) һәм ашлама (дефекат) итеп ҡулланалар. Сәскән йылды ауырлығы 0,3—1,5 кг булған, составына 23%‑ҡа тиклем шәкәр ингән тамыраҙыҡ һәм япраҡтар розеткаһын барлыҡҡа килтерә. Йылы, яҡтылыҡ һәм дым яратыусы культура. Вегетация осоро — 120— 170 көн. Сәсеү әйләнешендә ужым иген культураларынан һәм пар баҫыуҙарынан һуң киң рәт ысулы м‑н сәсәләр; орлоҡто сәсеү нормаһы 3— 4 кг/га, тәрәнлеге 3—4 см. Респ. сәсеү майҙандары 65—75 мең га, уңдырышлылығы 20—45 т/га тәшкил итә (2008). Иң юғары уңдырышлылыҡ — 552 ц/га (Ҡырмыҫҡалы р‑нының “Надежда” ААЙ, 2008). Шәкәр С. йыллыҡ әҙерләү күләме — 1,2—1,5 млн т, шунан 130— 140 мең т шәкәр ҡомо етештерелә. Япраҡлы С. — йәшел культура. Йәшелсә үҫемлеге, итләс япраҡтар һәм һутлы һабаҡтар уңышын бирә. Мангольдтың япраҡлы һәм һабаҡлы формаларын үҫтерәләр. С. орлоҡсолоғо, агротехникаһы б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта (Д.Р.Исламғолов, Р.Р.Исмәғилев, А.М.Мөхәмәтшин, Б.Г.Әхиәров, И.П.Юхин һ.б.), Ауыл хужалығы институтында (Н.Ғ.Ғизбуллин) үткәрелә. Аш С., мал С. — бөтә ауыл хужалығы зоналарында; шәкәр С. Урал алды дала зонаһында, көньяҡ урман‑дала зонаһында үҫтерелә. БР б‑са ҡулланылышҡа шәкәр С. — Льговская односемянная 52, Рамонская односемянная 47 һ.б.; аш С. — Бордо 237, Браво һ.б.; мал С. Эккендорфская жёлтая, Сахарная округлая 0143 һ.б. сорттары индерелгән.

Әҙәб.: Г а й н у л л и н А.З., У р а з л и н М.Х. Интенсивная технология возделывания сахарной свёклы в Башкирии. Уфа, 1991; Ю х и н И.П. Сахарная свёкла в Башкортостане. Уфа, 2000.

Д.Р.Исламғолов, А.М.Мөхәмәтшин, И.П.Юхин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: