Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘСЕҮ ӘЙЛӘНЕШЕ

Просмотров: 1394

СӘСЕҮ ӘЙЛӘНЕШЕ, ваҡыт һәм баҫыуҙар б‑са а.х. культураларын һәм таҙа парҙы (ҡара: Пар баҫыуы) фәнни яҡтан нигеҙләп сиратлаштырыу. С.ә. нигеҙендә — сәсеү майҙандарының структураһы. С.ә. — игенселек системаһының үҙәк звеноһы, уның бөтә элементтарын берләштерә (ер эшкәртеү һәм уны һыу эрозияһынан һәм дефляциянан һаҡлау, ашламалар, үҫемлектәрҙе ҡоротҡостарҙан, ауырыуҙарҙан һәм ҡый үләндәренән һаҡлау һ.б.). Тупраҡтың уңдырышлылығына һәм үҫемлектәргә һөҙөмтәле тәьҫир иткән мөһим агротехник сара булып тора. Баҫыу (универсаль һәм махсуслаштырылған), мал аҙығы (ферма яны һәм сабынлыҡ‑көтөүлек) һәм махсус (йәшелсә, йәшелсә‑мал аҙығы, киндер һ.б.) С.ә. айырыла. Баҫыу С.ә. майҙандың күп өлөшө — иген культураларына, техник культураларға һәм картуфҡа, мал аҙығы С.ә. мал аҙығы культураларына бирелә. Махсус С.ә. тупраҡтың юғары уңдырышлылығын (йәшелсә культуралары) йәки үҫтереүҙең махсус шарттарын (дөгө — һыу баҫҡанда) талап иткән культуралар өсөн индерелә; ерҙәрҙе һыу эрозияһынан һәм дефляциянан һаҡлау өсөн тупраҡ һаҡлай торған С.ә. ҡулланыла. Культуралар составы һәм уларҙың нисбәте б‑са С.ә. иген‑пар, иген‑аралыҡлы, иген‑үлән, иген‑пар‑аралыҡлы һ.б. төрҙәргә бүленә. С.ә. схемаларын төҙөгәндә (а.х. культуралары һәм пар баҫыуы төркөмдәре сиратлашыу тәртибендә) адаптация; биол. һәм хужалыҡ‑иҡт. яҡтан маҡсатҡа ярашлы булыу (С.ә. ужым йәки яҙғы иген культураларын, таҙа йәки биләнгән парҙарҙы, күп йыллыҡ йәки бер йыллыҡ үләндәрҙе һ.б. файҙаланыу); емештәр алмашыныу (агротехникаһы һәм биологияһы б‑са айырылған культураларҙы йыл һайын алмаштырыу); даими ҡабатланыу (бер үк культураның элекке баҫыуға ҡайтыу ваҡыты: иген культураларының — 1—2, шәкәр сөгөлдөрөнөң — 3—4, көнбағыштың 6—7 йылдан һуң); үҙ‑ара ярашыу һәм үҙ аллы ярашыу (а.х. культуралары өсөн бер үк хужалыҡ‑биол. төркөмгә ингән элгәрҙәрҙе ҡулланыу мөмкинлеге йәки баҫыуҙа бер үк культураны ҡабаттан сәсеү, клеверҙы, көнбағышты, шәкәр сөгөлдөрөн ҡабаттан сәсергә ярамай); һөрөнтө ерҙе тығыҙлап ҡулланыу (өҫтәлмә уңыш алыу һәм һөрөнтө ерҙе ҡулланыу коэф. күтәреү өсөн аралыҡ культураларын файҙаланыу); махсуслашыу (С.ә. бер хужалыҡ‑биол. төркөмгә ингән бер йәки бер нисә культура м‑н мөмкин тиклем туйындырыу) принциптарына таяналар. Башҡортостанда С.ә. б‑са тикшеренеүҙәр 1912 й. Шишмә а.х. тәж. станцияһында (ҡара: Шишмә тәжрибә‑производство хужалығы) башлана: яҙғы бойҙайҙың уңдырышлылығына төрлө элгәрҙәрҙең тәьҫире өйрәнелә (А.Л.Голодец, Д.С.Смир-нов һ.б.). 40‑сы йй. аҙ. Өфө тәж. баҫыуында (ҡара: Өфө тәжрибә‑производство хужалығы) Д.В.Богомолов һәм М.М.Меринов тарафынан үлән‑баҫыу С.ә. һәм уларҙың тупраҡ уңдырышлылығын тергеҙеүгә йоғонтоһо тикшерелә. 50—60‑сы йй. Ауыл хужалығы институтының тәж. хужалыҡтарында төрлө баҫыу С.ә. төрҙәренә иҡт. һәм агротехник яҡтан баһалау уҙғарыла (Я.И.Ванюков, Ш.Ә.Ғайсин, Д.Ю.Кириллова, Г.Н.Лысак, Х.Ф.Фәйезов һ.б.). 1958—2000 йй. тупраҡтың һәм а.х. культураларының уңдырышлылығына С.ә. һәм даими сәсеүлектәрҙең тәьҫире б‑са тикшеренеүҙәр Миловка уҡытыу‑тәжрибә хужалығының стационар тәжрибәләрендә үткәрелә (Ә.М.Рәхимов, Б.Т.Щербаков, М.Б.Әмиров һ.б.). Баймаҡ тәжрибә‑производство хужалығында үткәрелгән тикшеренеү һөҙөмтәләре (Т.И.Кейекбаев) — иген‑пар‑аралыҡлы С.ә.; “Ҡаҙанғол тәжрибә‑производство хужалығында” (И.П.Юхин) шәкәр сөгөлдөрөнә махсуслаштырылған баҫыу С.ә. юғары һөҙөмтәлелеген күрһәтә. Респ. һөрөнтө ерҙәрҙең ҙур майҙандарын (1 млн га ашыу) сабынлыҡтарға һәм көтөүлектәргә әйләндереү сәбәпле, С.ә. корректировкалау һәм үҙләштереү б‑са эш алып барыла.

Б.Т.Щербаков

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: