Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САБЫНЛЫҠТАР

Просмотров: 1526

САБЫНЛЫҠТАР, системалы рәүештә бесәнгә, сенажға, силосҡа, үлән онона йәки йәшел өҫтәмә аҙыҡҡа сабып алынған үҫемлектәр м‑н ҡапланған ер биләмәләре. Сәселгән һәм тәбиғи С. (ҡара: Тәбиғи мал аҙығы ерҙәре) айырыла. Сәселгән С. баҫыу һәм мал аҙығы сәсеү әйләнештәрендә йәки сәсеү әйләнешенән тыш, күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәр һәм уларҙың ҡатнашмаларын сәсеү__юлы м‑н булдырыла. Бер йыллыҡ үләндәр — бер вегетация осоронда, күп йыллыҡтар баҫыу сәсеү әйләнештәрендә 2— 3 йыл, мал аҙығы сәсеү әйләнештәрендә 5—7 йыл, сәсеү әйләнешенән тыш 10 йылға тиклем һәм унан да күберәк ҡулланыла. Тәбиғи С. һыубаҫар туғай, сағыл һәм уйһыу С. бүленә. Башҡортостанда С. майҙаны 1,139 млн га тәшкил итә (2008). Һыубаҫар туғай С. юғары продуктлылығы м‑н айырыла (уңдырышлылығы — 30—80 ц/га яҡшы сифатлы бесән), улар араһында 10—15 көн — һыу баҫҡан ҡыҫҡа, 30—40 көн — уртаса, 40 көндән ашыу һыу баҫҡан оҙон һыубаҫар туғайлы, ҡыяҡлы‑төрлө үләнле С. бүленә. Сағыл болондар араһынан С. итеп ваҡытлыса артыҡ дымлы, тигеҙлектәргә (аҡмаһы булмаған), уйпатлыҡтарға (яҙ һәм көҙ көнө ер өҫтө һыуҙары ята) тура килгән ҡоро үҙәндәр файҙаланыла. Уларҙа ҡыяҡлы‑күрәнле һәм төрлө үләнле үҫемлектәр формалаша (уңдырышлылығы — 14— 17 ц/га яҡшы сифатлы бесән). Ғәҙәти сағыл болон үҫемлектәре япмаһы — ҡуҙаҡлылар ҡушылған ҡыяҡлы төрлө үләндәр (уңдырышлылығы — 10—13 ц/га уртаса һәм яҡшы сифатлы бесән). Уйһыу С. көсһөҙ, тымыҡ уйпатлыҡтарҙа һәм уйһыулыҡтарҙа һыуы булған һыу айырғыстарҙың тигеҙ өлөшөн биләй. Үҫемлектәр япмаһында мал аҙығының сифатын түбәнәйтеүсе күрән һымаҡтар өҫтөнлөк итеүе арҡаһында уртаса уңдырышлылыҡ 15 ц/га уртаса һәм түбән сифатлы бесән тәшкил итә. С. яҡшыртыу һәм рациональ ҡулланыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта (И.Ю. Кузнецов, С.Н.Надежкин һ.б.) һәм Ауыл хужалығы институтында (Х.Ғ. Ғөбәйҙуллин, Р.А.Иҙрисов, Я.З.Ҡәйепов, В.А.Михеев, Х.М.Сафин һ.б.) үткәрелә. Шулай уҡ ҡара: Мал аҙығы етештереү, Болонсолоҡ.

Әҙәб.: М и х е е в В.А. Организация зелёного конвейера. Уфа, 1966; Н а д е ж к и н С.Н. Конвейерное производство кормов в Башкортостане. Уфа, 1999; ш у л у ҡ. Многолетние кормовые растения. Уфа, 2003.

И.Ю.Кузнецов, С.Н.Надежкин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.07.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: