Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺОРО УРМАН ТУПРАҒЫ

Просмотров: 1228

ҺОРО УРМАН ТУПРАҒЫ, ваҡытлы йыуынты һыу режимындағы континенталь климат шарттарында башлыса делювиаль ултырмаларҙағы болон‑дала үҫемлектәре м‑н япраҡлы урмандар аҫтында формалашҡан тупраҡ тибы. Һ.у.т. өсөн өҫкө горизонттарҙа органик матдә һәм минераль элементтар тупланмаһы, ләмдең, тимер һәм алюмин окиселдарының миҡдары б‑са тупраҡ профиленең элювиаль‑иллювиаль бүленеше, тотороҡло әсе йәки бер аҙ әсе реакция хас. Механик составы б‑са Һ.у.т. саңлы‑төйөрлө структураһы булған ауыр ҡомло балсыҡтан тора. Башҡортостанда Һ.у.т. 3 ярым тибы айырыла: аҡһыл һоро, һоро һәм ҡараһыу һоро. Аҡһыл һоро урман тупрағы битләүҙәрҙең өҫкө өлөшөн, арҡа түбәләрен биләй, ҡайһы берҙә тигеҙ участкаларҙа осрай. Тупраҡ профилендә (ҡалынлығы 50—70 см) серетмә (16—25 см), аҫтараҡ көлһыу (10—15 см), иллювиаль (20—30 см) горизонттар бүленә. Составына дөйөм серетмә (2,6—4,3%), азот (0,2—0,3), фосфор (0,10—0,20), калий (1,2—1,7) инә; 100 г тупраҡта еңел гидролизланған азот миҡдары 30—65 мг, хәрәкәтсән фосфор — 1,5— 4,5, калий — 4,2—10,5; рН 4,0—5,5; 100 г тупраҡҡа һеңдерелгән нигеҙҙәр суммаһы 10— 30 мг‑экв. Республикала Һ.у.т. дөйөм майҙаны 781,2 мең га тәшкил итә, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 156 мең га (1995). Күбеһенсә төньяҡ урман‑дала зонаһында таралған. Һоро урман тупрағы ҡараһыу һәм аҡһыл һоро урман тупрағы м‑н яйла һымаҡ түбәләрҙе һәм һөҙәк битләүҙәрҙең урта өлөшөн биләй. Серетмә горизонты (ҡалынлығы 16—30 см) составына дөйөм серетмә (3,2—5,1%), азот (0,2—0,3), фосфор (0,13—0,17), калий (1,2—1,5) инә; 100 г тупраҡта еңел гидролизланған азот миҡдары 50—60 мг, хәрәкәтсән фосфор — 2— 16, калий — 3—20; рН 4,5—6,5; 100 г тупраҡҡа һеңдерелгән нигеҙҙәр суммаһы 15—35 мг‑экв. Дөйөм майҙаны (мең га): 1866,9, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 741,1, урмандар — 844 (1995). Көньяҡ урман‑дала зонаһында, төньяҡ, төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зоналарында һәм Бәләбәй ҡалҡыулығында таралған. Ҡараһыу һоро урман тупрағы һоро урман тупрағы, көлһыуланған һәм йыуылған ҡара тупраҡ м‑н битләүҙәрҙең аҫҡы өлөшөндә һәм рельефтың тигеҙләнгән түбән элементтарында үҫешә. Тупраҡ профилендә (ҡалынлығы 80—120 см) серетмә (ҡалынлығы 25—39 см), аҫтараҡ бер аҙ көлһыуланған элювиаль (10—15 см), иллювиаль (40—65 см) горизонттар айырыла. Составына дөйөм серетмә (6,4—8,5%), азот (0,29—0,35), фосфор (0,15—0,28), калий (1,2—1,8) инә; 100 г тупраҡта еңел гидролизланған азот миҡдары 50—60 мг, хәрәкәтсән фосфор — 2—5, калий — 15—20; рН 5,4—6,6; 100 г тупраҡҡа һеңдерелгән нигеҙҙәр суммаһы 30—40 мг‑экв. Дөйөм майҙаны (мең га): 1306,7, ш. иҫ. ауыл хужалығы ерҙәре — 810, урмандар — 414,5 (1995). Башлыса төньяҡ һәм төньяҡ‑көнсығыш, өлөшләтә көньяҡ урман‑дала зоналарында таралған. Һ.у.т. уңдырышлылығын арттырыу б‑са төп саралар — тупраҡҡа эзбиз индереү, органик ашламалар, минераль ашламалар индереү, һыу эрозияһынан һаҡлау һ.б. Иген, техник һ.б. культуралар сәсеү өсөн ҡулланыла.

Әҙәб.: Б о г о м о л о в Д.В. Почвы Башкирской АССР. М., 1954; Серые лесные почвы Башкирии. Уфа, 1963.

Ф.Х.Хәзиев

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: