Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨҘӨЛӨШТӘ НОРМАТИВ ДОКУМЕНТТАР СИСТЕМАҺЫ

Просмотров: 1567

ТӨҘӨЛӨШТӘ НОРМАТИВ ДОКУМЕНТТАР СИСТЕМАҺЫ, башҡарма власть һәм төҙөлөш идаралығы органдары тарафынан ҡулланыусыларҙың, йәмғиәттең һәм дәүләттең хоҡуҡтарын һәм закон һаҡлаған мәнфәғәттәрен яҡлау маҡсатында төҙөлөш продукцияһын етештереү һәм эксплуатациялауҙың бөтә этаптарында файҙаланыу өсөн ҡабул ителгән документтар йыйылмаһы. Норматив документтарҙың мәжбүри үтәлә торған (миним. кәрәкле һәм макс. мөмкин булған кимәлдәрҙә), тәҡдим ителгән (илдәге һәм донъялағы иң юғары стандарттар кимәлендә) һәм белешмә положениелары була. Федераль документтар: төҙөлөш нормалары һәм ҡағиҙәләре (төҙөлөш продукцияһын етештергәндә үтәү мәжбүри булған талаптарҙы билдәләй), дәүләт стандарттары (проектлауҙың мәжбүри үтәлә торған һәм тәҡдим ителгән положениелары), проектлау һәм төҙөү б‑са ҡағиҙәләр йыйынтығы (айырым үҙ аллы мәсьәләләр б‑са мәжбүри нормалар м‑н сикләнмәгән положениелар), системаның етәксе документтары (төҙөлөштә, архитектурала, проектлау һәм эҙләнеү эштәрендә норматив документтарҙы әҙерләү һәм ҡулланыу б‑са мәжбүри үтәлә торған һәм тәҡдим ителгән ойоштороу- методик процедуралар); РФ субъекттарының (терр. төҙөлөш нормалары; РФ төбәктәренең тәбиғи‑климатик һәм соц. үҙенсәлектәрен, милли традицияларын, иҡт. мөмкинлектәрен иҫәпкә алып һәм ярашлы терр-ялар сигендә ҡулланыу өсөн мәжбүри булған һәм тәҡдим ителгән положениелар) һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге (пр‑тиеларҙың, берекмәләрҙең производство-тармаҡ стандарттары һәм ведомстволарҙың төҙөлөш нормалары) документтары айырыла. БР Төҙөлөш комплексы ғилми‑тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ һәм производство ин‑тында “Ҡыуаҡтар рәүешендәге ауыш свайҙарҙан торған фундаменттарҙы проектлау һәм төҙөү буйынса электрон хисаплау машиналары өсөн программалар комплекты булған инструкция” (ВСН 67.262-89), “БР шарттарында төҙөлөш өсөн свайлы фундаменттар проектлау буйынса инструкция” (2005); “Башкиргражданпроект” һәм Көнбайыш Урал инженерлыҡ‑төҙөлөш эҙләнеүҙәре тресы м-н берлектә “Карсланған территорияларҙа эҙләнеүҙәр, бина һәм ҡоролмаларҙы проектлау, төҙөү һәм эксплуатациялау буйынса инструкция” (ТСН 302‑50‑95.РБ), “БР‑ҙың йыуҙыртып өйҙөрөлгән территорияларын төҙөлөш йәһәтенән үҙләштереү. Эштәрҙе проектлау һәм алып барыу нормалары” (ТСН 301‑50‑95.РБ) эшләнә һәм индерелә.

А.Л.Готман

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: