Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАХСУС ФУНКЦИЯЛАР

Просмотров: 851

МАХСУС ФУНКЦИЯЛАР, киң мәғәнәлә — математиканың төрлө бүлектәрендәге теоретик һәм ғәмәли мәсьәләләрҙе сискәндә барлыҡҡа килгән элементар булмаған функцияларҙың айырым кластары йыйылмаһы; тар мәғәнәлә — математик физиканың айырым сығарылмалы дифференциаль тигеҙләмәләрҙе үҙгәреүсәндәрҙе айырыу ысулы м‑н сискәндә барлыҡҡа килгән һәм махсус рәттәр йәки интегралдар ярҙамында күрһәтелгән М.ф. Төп М.ф. үҙгәреүсән коэф. һыҙыҡлы махсус 2‑се дәрәжә дифференциаль тигеҙләмәләрҙең сығарылыштары булып тора (гипергеом., сферик йәки цилиндрик функциялар, ортогональ күпбыуындарҙың төрлө кластары һ.б.). М.ф. араһында махсус транцендент функциялар (гамма‑, дзета‑функциялар, интеграллы логарифм, ихтималлыҡ интегралы, интеграллы синус һәм косинус, эллиптик функциялар һ.б.) мөһим роль уйнай. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. башынан М.ф. ҡушымталары комплекслы анализ (Ә.М.Ғайсин, И.Ф.КрасичковТерновский, А.С.Кривошеев, А.Ф.Леонтьев, В.В.Напалков, Б.Н.Хәбибуллин, Р.С.Юлмөхәмәтов һ.б.), дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы (Р.Р.Ғәҙелшин, А.В.Жибер, А.М.Ильин, Й.Ш.Ильясов, Л.А.Калякин, Х.Х.Мортазин, Ф.Х.Мөҡминов, В.Ю.Новокшенов, М.Д.Рамаҙанов, Р.С.Сакс, Й.Т.Солтанаев, Й.Й.Фазуллин, А.Б.Шабат һ.б.), ихтималлыҡ теорияһы һәм математик статистика (Н.Ҡ.Бәкеров, Ф.С.Насиров, С.И.Спивак һ.б.) проблемаларын хәл иткәндә, ябай дифференциаль тигеҙләмәләр һәм айырым сығарылмалы тигеҙләмәләр,__ тура һәм кире мәсьәләләр өсөн оптималь идара итеү мәсьәләләрен сисеү (А.М.Болотнов, Р.Н.Бәхтизин, А.М.Глюзман, И.И.Голичев, С.А. Горбатков, В.П.Житников, В.Т.Иванов, М.Ә.Илһамов, А.Ф.Клементьев, Ф.В.Лубышев, Н.Д.Морозкин, Л.И.Рубинштейн, Г.П.Смирнов, С.Ф. Урманчеев, М.М.Хәсәнов, Ю.С.Шаталов, С.А.Щербинин, А.М.Әхтәмов һ.б.) ысулдарын эшләгәндә үҫешә.

Ф.В.Лубышев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: