Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨМӨШ

Просмотров: 1277

КӨМӨШ (Argentum), Ag, Д.И.Менделеев периодик системаһының I төркөм химик элементы, затлы металл. К. — йылы үткәреүсәнлеге, электр үткәреүсәнлеге яҡшы булған ялтырауыҡлы аҡ металл, tиреү 961,93°С, tҡайнау 2167°С; тығыҙлығы 10491 кг/м3. Ирекле галогендар, көкөрт, көкөртлө водород тәьҫиренән К. өҫкө йөҙөндә насар эреүсән галогенидтарҙың һәм сульфидтың плёнкаһы барлыҡҡа килә. Көмөштөң әсемәһе (суспензия антисептик үҙсәнлектәргә эйә) һәм окисы тотороҡло. Шыйығайтылған хлорид, сульфат к‑талары, батша араҡыһы, бүлмә т‑раһында кислород, азот, водород м‑н тәьҫир итешмәй; ҡуйыртылған көкөрт к‑таһы м‑н (йылытҡанда), азот к‑таһы, цианидтар м‑н тәьҫир итешә. К. берләшмәләре элекке хәленә ҡайтарылған, металды диспергирлаған саҡта коллоидлы К. эретмәһе — элекке хәленә ҡайтарғыс матдә, окисландырыу катализаторы, бактерицид препарат (колларгол, протаргол) барлыҡҡа килә. Металл көмөшкә лә бактерицид үҙсәнлектәр хас. Башҡортостанда К. баҡыр колчеданы мәғдәндәренән, алтынлы полиметалл һәм окисланған мәғдәндәрҙән эйәрсән сығарыу м‑н 12 пр‑тие шөғөлләнә. Республикала К. сығарыу РФ-та дөйөм К. сығарыуҙың 6,9%‑ын тәшкил итә. Мәғдәндәр 4 байыҡтырыу ф‑каһында һәм туплаулы һелтеһеҙләндереү ысулы м‑н Башҡ‑н алтын сығарыу компанияһында (Учалы ҡ.) эшкәртелә. Учалы таубайыҡтырыу комбинатының (2010 й. — 78,73 млн т), Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының (2010 й. — 22,73 млн т), Бүребай таубайыҡтырыу комбинатының (2001 й. — 64,5 т), Семёновка алтын сығарыу ф‑каһының (10,5 т) ҡалдыҡ һаҡлағыстарында, “Минудобрения” ААЙ ҡалдыҡтарында — пирит көйҙөрмәләрендә (20—25 г/т К. тотҡан 2727,5 мең т) һ.б. йыйылған. Химия ин‑тында затлы металдар, ш. иҫ. К., экстрагенттарының яңы кластары — кето‑ һәм аминосульфидтар (Н.Ғ.Афзалетдинова, Ю.И.Муринов, Р.Ә.Хисәметдинов) уйлап табыла. “Уфимкабель” ААЙ‑нда көмөш ялатылған үткәргестәр радиойышлыҡлы кабелдәрҙе етештергәндә файҙаланыла.

Н.В.Давиденко, В.Н.Никонов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.05.2023
Связанные темы рубрикатора: