Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨКӨРТ КИСЛОТАҺЫ

Просмотров: 1066

КӨКӨРТ КИСЛОТАҺЫ, H2SO4, ике нигеҙле көслө кислота. Еҫһеҙ, төҫһөҙ, майлы ауыр шыйыҡлыҡ. Һыу м‑н ҡатыштырғанда азеотроп ҡатнашма (98,3% К.к.), моно‑, ди‑, тетрагидраттар; көкөрт ангидридының К.к. эретмәһе олеум (төтәй торған) барлыҡҡа килтерә. Һыулы эретмәләрҙә тулыһынса диссоциациялана. Концентрирланған К.к. — көслө окисландырыусы. К.к., олеум — бик агрессив матдәләр, тын алыу юлдарын, тирене, лайлалы тиресәләрҙе зарарлайҙар. Эш зонаһында аэрозолдең ПДК‑һы — 1,0 мг/м3, атмосферала — 0,3 мг/м3 (бер тапҡыр, иң ҙуры) һәм 0,1 мг/м3 (тәүлек әйләнәһенә уртаса). Парҙарҙың зарарлы концентрацияһы 0,008 мг/л, үлемесле — 0,18 мг/л (60 мин экспозиция). Сығарыу өсөн сеймал — көкөрт, көкөрт колчеданы, көкөртлө водород, ТЭС‑тарҙан сыҡҡан газдар һ.б. Башҡортостанда 1939 й. Өфө крекинг з‑ды (ҡара: Өфө нефть эшкәртеү заводы) составында нефть эшкәртеү ҡалдығы — көкөртлө газды яндырып К.к. сығарыу производствоһын төҙөү башлана. 1941 й. тәжрибә ҡоролмаһы файҙаланыуға тапшырыла (Б.В. һуғышы башланыу м‑н ваҡытлыса туҡтатыла), уның һәм Рубежанск химия комб‑ты (Украина ССР‑ы) ҡорамалдары нигеҙендә 1943 й. 768‑се завод (ҡара: “Уфахимпром”) составында К.к. етештереү башлана. 50‑се йй. алып К.к. төрлө сорттарын “Газпром нефтехим Салават”, “Уфанефтехим” ААЙ-лары, Өфө һәм Яңы Өфө НЭЗ‑дары көкөртлө водородты, 70‑се йй. уртаһынан “Минудобрения” ААЙ көкөрт колчеданын үртәү юлы м‑н етештерә. Етештереүҙең төп стадиялары: көкөрт диоксидын алыу, уны контактлы (ҡаты ванадий катализаторҙары — контакттарҙа) йәки нитрозлау (башнялы алым, азот оксидтары м‑н) алымы м‑н триоксидҡа тиклем окислау (конверсия), триоксидты абсорбциялау. Техник сорттарҙа К.к. күләме (%): башнялыла — 75, контактлыла — 92,5—98,0, олеумда — 104,5—114,6, аккумулятор өсөн — 92—94. Концентрацияһы кәметелгән К.к. минераль ашламаларҙы, ҡайһы бер к‑таларҙы сығарғанда, металдың өҫкө йөҙҙәрен эшкәрткәндә, комплекслы мәғдәндәрҙе (ш. иҫ. уран мәғдәнен) тарҡатҡанда; концентрирланғанын — нефть продукттарын таҙартыу, газдарҙы киптереү өсөн, төтәүсән һәм шартлаусан матдәләрҙең нитратлау ҡатнашмаларының компоненттары булараҡ, дегидратация (диэтил эфирын, ҡатмарлы эфирҙарҙы), гидратация (этилендан этил спирты алыу), сульфирлау (синтетик йыуыу саралары, буяу, дарыуҙар етештергәндә аралаш продукттар), алкиллаштырыу, (изооктан, полиэтиленгликоль алыу) реакцияларында һ.б. ҡулланалар. Айырыуса таҙа К.к. — ҡурғаш аккумуляторҙарҙың электролиты.

И.Н.Сираева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: