Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕРАВКИН Игорь Борисович

Просмотров: 1308

СЕРАВКИН Игорь Борисович (8.6.1935, Воронеж ҡ. — 4.1.2021, Өфө ҡ.), инженер‑геолог- разведкалаусы. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1983). Воронеж университетын тамамлаған (1959). 1962 й. алып Геология институтында: геохимия һәм мәғдән ятҡылыҡтары лабораторияһының өлкән лаборанты, 1971 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1984 й. — палеовулканология һәм металлогения лабораторияһы мөдире, 2009 й. — баш ғилми хеҙмәткәр. Фәнни эшмәкәрлеге мәғдән ятҡылыҡтары геологияһы, металлогения һәм палеовулканология өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. С. тарафынан вулканоген магматик формацияларҙың үҙенсәлектәре асыҡланған, Көньяҡ Уралдың металлогеник бүлкәттәре һәм мәғдәнле вулкан структуралары айырып күрһәтелгән; баймаҡ, домбаровка һәм урал тибындағы колчеданлы ятҡылыҡтарҙың моделдәре эшләнгән, палеовулканологик һәм геодинамик реконструкциялар методикаһы, Уралда вулканизм үҫешенең моделе уйлап табылған; Көньяҡ Уралдың палеовулканологик картаһы төҙөлгән.

  Хеҙм.: Вулканизм и колчеданные месторождения Южного Урала. М., 1986; Разрывная тектоника и рудоносность Башкирского Зауралья. Уфа, 2001 (авторҙ.); Металлогения Южного Урала и Центрального Казахстана. Уфа, 2010.

З.Ф.Үләмәева

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022
Связанные темы рубрикатора: