Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕРГЕЕВКА НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ

Просмотров: 1157

СЕРГЕЕВКА НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, респ. үҙәк өлөшөндә Өфө р‑ны терр‑яһында урынлашҡан. Благовещен уйпатлығы сиктәрендә, аҫҡы таш күмер һәм өҫкө девон ултырмалары буйлап Аҡтаныш‑Шишмә бөгөлөнөң борт өлөшө сиктәрендә урынлашҡан. Грабенға оҡшаш Сергей‑Дим бөгөлөнә тура килә. Оҙонлоғо 65 км, киңлеге 7,5—8,5 км. Ятыштары ҡатламлы, структуралы‑литологик. Бобрик горизонтының терриген ҡатламдары, турней ярусы һәм аҫҡын‑мәндем горизонтының карбонатлы ҡатламдары, девондың терриген ҡатламдары (ҡын, паший, мулла горизонттары, иҫке оскол горизонт өҫтө тау тоҡомдары) нефтле; тәрәнлеге 1800—2285 м. Төп запастары (89,3%) девондың терриген ҡатламдарына тура килә. Нефте уртаса (тығыҙлығы 0,875—0,890 г/см3), йәбешкәкле (уртаса 4,5 МПа•с), юғары көкөртлө (2,5—2,7%), газ факторы 51,5—65,0 м33; нефттең уртаса дебиты — тәүлегенә 2 т, шыйыҡсаныҡы — 10 т. 1961 й. асыла, 1965 й. үҙләштереүгә индерелә. “Башнефть” АНК “Башнефть—Өфө” филиалы үҙләштерә. 458 скважина бырауланған, 41,2 млн т нефть сығарылған.

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: