Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИБАЙ БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ

Просмотров: 1218

СИБАЙ БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Магнитогорск мегасинклинорийы көнбайыш битләүенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. 3 участканан, йәки ятҡылыҡтан тора (төньяҡтан көньяҡҡа табан): Иҫке Сибай (1913 й. һоро тимер мәғдәне ер өҫтөнә сығып ятҡан урында асыла), Яңы Сибай (1939) һәм Һуҡыр ятыш (1952). Ятҡылыҡ риолит‑базальт формацияһы тоҡомдарынан (ҡарамалыташ свитаһы) торған һәм текә һынылыштар (улар буйлап мәғдән һыйҙырған тоҡомдар олотау свитаһының вулкан‑ултырма ҡатламдары м‑н бәйләнешкә инә) м‑н сикләнгән вулкан тоҡомло горст‑антиклиналенең көнсығыш битләүенә тура килә. Ятҡылыҡтың геол. киҫелеше диабаздар, базокварц риодациттары, мендәрле базальттар, вулкан‑ултырма һәм саҡматашлы тоҡомдар, риолиттар, гиалокластиттар барлыҡҡа килтерә (аҫтан өҫкә). Һыу аҫтындағы вулкан ҡоролмаһының үҙәк кальдераһында вулкан‑ултырма һәм гидротермаль‑метасоматик генезис сульфидтары барлыҡҡа килеү м‑н бәйле булған риолитлы эффузив‑экструзив төҙөлөш формалаша. Мәғдән есемдәре риолит контакттарында урынлашҡан. Мәғдән янындағы серицит- кварц, хлорит‑кварц һәм серицит-хлорит‑кварц составлы метасоматиттар мәғдән есемдәре ятҡан ҡабырғала текә зонаны барлыҡҡа килтерә, уның ҡалынлығы көньяҡтан төньяҡҡа табан 20 м алып 300 м тиклем арта. Ятҡылыҡтың мәғдән барлыҡҡа килтереүсе төп минералдары: пирит (мәғдән ауырлығының 65—90%‑ы), халькопирит һәм сфалерит, икенсе дәрәжәләге минералдар — пирротин, мельниковит, магнетит; һирәктәре — галенит, арсенопирит, теннантит, борнит, гематит, энаргит, гринокит, фейбергит, киноварь; мәғдән булмаған минералдар — кварц, кальцит, сидерит, анкерит, гипс, барит, хлорит, серицит, тальк. Төп сәнәғәт мәғдәндәре — баҡыр‑цинк һәм көкөрт колчеданы, баҡырҙың цинкка ҡарата нисбәте 1:1,6. Запасы б‑са иң ҙур Яңы Сибай участкаһы бер‑береһенең өҫтөндә ятҡан һәм дөйөм мәғдән бағанаһы м‑н тоташҡан тотош сульфид мәғдәненән торған ҡеүәтле 3 линзанан ғибәрәт. Мәғдән линзаларының юҡҡа сығыу урындары һәм уларҙың сиктәрендәге ҡатлам есемдәре риолиттарҙың эффузив ағымдары, вулкан‑ултырма тоҡом ҡатлауҙары ятышына ярашлы урынлашҡан һәм көнсығышҡа табан 35—50°‑ҡа ауыша. Участканың мәғдәндәре аныҡ зоналыҡҡа эйә. Мәғдән есемдәренең үҙәк өлөшөн эре бөртөклө пирит мәғдәндәре биләй. Ятҡан ҡабырғаһына табан улар сидеритлы һәм магнетитлы халькопирит‑пирит, пирротин һәм йоҡа магнетит мәғдәндәре м‑н алмашына. Аҫылма ҡабырғала халькопирит‑сфалерит‑пирит мәғдәндәре үҫешкән, улар флангыларҙа сфалерит‑пирит мәғдәндәре м‑н алмашына. Иҫке Сибай участкаһындағы һәм Һуҡыр ятыштағы мәғдән есемдәренең геол. төҙөлөшө оҡшаш, ләкин субмеридиональ йүнәлешле текә тектоник зонала ятҡан массив пирит һәм халькопирит‑пирит мәғдәндәренең юлаҡҡа оҡшаш есемдәре м‑н киҫелгән брекчия һәм массив халькопирит‑пирит мәғдәндәренең бер‑береһенә ярашлы таралған ҡатлам есемдәренән ғибәрәт. С.б.к.я. Урал тибындағы колчедан ятҡылыҡтарының эталоны булып тора. Ятҡылыҡ ҡатнаш ысул м‑н Учалы тау‑байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы тарафынан үҙләштерелә. Иҫке Сибай участкаһы асыҡ ысул м‑н эшкәртелгән, уның карьеры Яңы Сибай участкаһынан сығарылған тоҡомдар м‑н тултырылған, карьерҙың тәрәнлеге 1995 й. 444 м еткән (проект б‑са 469 м). Яңы Сибай участкаһын үҙләштереү процесында 600 м тәрәнлектә Аҫҡы ятыш асыла, ул ер аҫты ысулы м‑н үҙләштерелә. С.б.к.я. дөйөм сығарыу күләме — 100 млн т ашыу мәғдән; макс. кимәлгә 1973 й. (7 млн т мәғдән) етә. Сибай ер аҫты руднигының етештереүсәнлеге проект б‑са йылына 1500 мең т мәғдән тәшкил итә. С.б.к.я. асҡан өсөн С.Н.Иванов, Ф.И.Ковалёв, С.А. Петропавловский, К.Д.Субботин һ.б. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лайыҡ була.

И.Б.Серавкин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.04.2023
Связанные темы рубрикатора: