Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯНАР ҺӘҮЕРТАШТАР

Просмотров: 1030

ЯНАР ҺӘҮЕРТАШТАР, составы б‑са нефткә яҡын ыҫмалалар туплаған ҡаты каустобиолиттар төркөмөнән файҙалы ҡаҙылма. Өҫтөнлөк иткән минераль (кремнезём, балсыҡминералдары, карбонаттар һ.б.) һәм органик (кероген) өлөштәрҙән тора, һуңғыһы массаның 10—30%‑ын, һирәк осраҡта 50—70%‑ын тәшкил итә. Я.һ. иң яҡшы (сапропелитлы) сорттарына юғары водород (8—10%) һәм түбән гумин к‑талары (0,5%) миҡдары хас, ыҫмалаларҙың сығышы юғары (20—30%‑ҡа тиклем), яныу йылылығы 3500—4000 ккал/кг. Я.һ. диңгеҙҙә, диңгеҙ ҡултығында һәм күлдә барлыҡҡа килә. Составында Я.һ. туплаған геол. формациялар ҡалынлығы 100 м тиклем булған бер нисә мең км2 майҙанға тарала, палеозойҙың, мезозойҙың һәм кайнозойҙың бөтә геол. системалары ултырмаларында бар. Яғыулыҡ һәм химик сеймал булараҡ; Я.һ. алынған ыҫмала — фенол, пластификатор, дуплау, елем матдәләре, ихтиол һ.б., көл ҡалдыҡтары төҙөлөш материалдары (цемент һ.б.) етештереүҙә ҡулланыла. Я.һ. ш. уҡ ер аҫты газификацияһы юлы м‑н углеводородтар алыу өсөн потенциаль сеймал итеп ҡарала. Ауыр металдар сорбенты булараҡ Я.һ. уранға, ванадийға, ерҙә һирәк элементтарға перспективалы. БР‑ҙа күбеһенсә битумлы балсыҡ‑кремний һәүерташ­тарынан, эзбизташтарҙан һәм мергелдәрҙән торған өҫкө девондың доманик фацияларына тура килә. Инйәр й. урта ағымынан көньяҡҡа табан Урал йыйырсыҡлығының сик зонаһында юғары радиоактивлы Я.һ. үҫешенең һыҙаты (200 км) күҙәтелә, уран миҡдары n·0,01%‑ҡа етә (Ләмәз Я.һ. ятҡылығы, В+С12 категориялы запасы 42 млн т, Архангел р‑ны). Әшә й. (Эҫем й. ҡушылдығы) үрге ағымында Әшә ятҡылығы урынлашҡан. Өҫкө карбондың Я.һ. Өфө яйлаһының көньяҡ‑көнбайыш ситендә Йүрүҙән й. буйлап үҫешкән. Янғантауҙа пермгә ҡараған әртә ярусының Я.һ., Иглин р‑ны Охлебинин а. янында неогендың Я.һ. өйрәнелгән.

В.Н.Никонов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: