Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СНАЧЁВ Владимир Иванович

Просмотров: 731

СНАЧЁВ Владимир Иванович (8.11.1955, Людиново ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1993), профессор (2012). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Геология институтында эшләй: инженер, 1985 й. алып өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1993 й. — төп ғилми хеҙмәткәр, 1997 й. — мәғдән ятҡылыҡтары лабораторияһы мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге Урал тауы формалашыуының геодинамик шарттарын һәм магматизмын, габбро-гипербазит массивтарының, ҡара һәүерташлы формацияларҙың мәғдәнле булыуын тикшереүгә арналған. С. тарафынан Көньяҡ Уралдың углеродлы ултырмалары һәм магматик ҡатламдары өйрәнелгән, Көньяҡ Уралдың көнсығыш битләүе үҫешенең геодинамик моделе тәҡдим ителгән, тәүге тапҡыр Көнсығыш Урал палеорифт системаһы айырып күрһәтелгән.

Хеҙм.: Магматизм Восточно‑Уральского пояса Южного Урала. Уфа, 1990 (авторҙ.); Геология, петрогеохимия и хромитоносность габбро‑гипербазитовых массивов Южного Урала. Уфа, 2008 (авторҙ.); Геология, петрогеохимия и рудоносность углеродистых отложений Южного Урала. Уфа, 2012.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.09.2022
Связанные темы рубрикатора: