Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘПСЕКТӘР

Просмотров: 866

СӘПСЕКТӘР (Motacillidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. Яҡынса 50 төрө билдәле, Антарктиданан башҡа бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 9 төр, уларҙың 7‑һе оя ҡора (аҡ сәпсек, урман деүете, һарыбаш сәпсек һ.б.). Күсәр ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 12—23 см, ауырлығы 20—30 г. Ҡауырһын ҡапламы йомшаҡ, шыма. Төҫө һоро һәм ҡара м‑н аралаш аҡ йәки һары. Аҡ сәпсек буҙ ҡауырһын м‑н ҡапланған, маңлайы, яңаҡтары, кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө аҡ, өҫ яғы ҡара, тамағында һәм күкрәгендә ҙур ҡара тап бар. Башы бәләкәй. Суҡышы беҙ формаһында, тура, аяғы нескә һәм оҙон, тырнағы кәкре (ер өҫтөндә йөрөүгә яраҡлашҡан). Ҡойроғо оҙон, тура йәки уйымлы, ҡара төҫтә; ситке ҡойроҡ ҡауырһындары аҡ. Енси диморфизм хас: ата ҡоштар эрерәк. Ерҙә, һирәгерәк ағас ҡыуыштарында, ҡая йәки ҡаралты ярыҡтарында оя ҡора. Ояһы каса формаһында, сыбыҡтан, үләндән, мүктән яһай, йөн, ҡауырһын һ.б. түшәй. Йылына 1—2 тапҡыр бала сығара, 4 сыбар йомортҡа һала. Инә ҡош 14 көн баҫа. 10 йыл самаһы йәшәй. Ваҡ умыртҡаһыҙҙар, еләк, үҫемлек орлоҡтары м‑н туҡлана. Асыҡ урындарҙа йәки һирәк урмандарҙа йәшәй. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарын юҡҡа сығара, ҡый үләндәренең орлоғон ашай.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019