Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨРӨК ҠУҢЫҘҘАРЫ

Просмотров: 750

СӨРӨК ҠУҢЫҘҘАРЫ (Pythidae), ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 300 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда ҡарағай С.ҡ. осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 8—16 мм. Кәүҙәһе яҫы, ҡара күк йәки шәмәхә, һирәгерәк көрән төҫтә. Башының алғы өлөшө оҙонса. Өҫкө ҡанаттарында буй бураҙналар бар. Мыйығы, ҡорһағы һәм аяҡтары ерән төҫтә. Йомортҡаларын үҙағасҡа һала. Балағорто көрән төҫтә, яҫы, кәүҙәһе осонда 2 үҫенте менән, йәшерен йәшәү рәүеше алып бара. Бер йыл эсендә бер быуын үҫешә. Ағастарҙың серек ҡабығы һәм үле бөжәктәрҙең ҡалдыҡтары менән туҡлана. Урманда йәшәй. Ылыҫлы тоҡомдарҙың икенсел ҡоротҡостарына инә.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.10.2022