Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАУРЕР ТУКНЕРАРИЯҺЫ

Просмотров: 751

ЛАУРЕР ТУКНЕРАРИЯҺЫ (Tuckneraria laureri), пармелия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайниктар төрө. Талломы япраҡ рәүешле, аныҡ булмаған формала, үҙәгендә яҡшы беркетелгән, ситтәре ирекле. Айырсаларының оҙонлоғо 1,5—5 см, киңлеге 5—10 мм, тәрән бүлкәтле. Талломының өҫкө йөҙө асыҡ һары йәки йәшкелт‑һары төҫтә, айырса ситтәре буйлап үҫешкән һарғылт‑аҡһыл төҫтәге соредиялар м‑н. Аҫҡы йөҙө асыҡ төҫтә, йыуан гиф ептәре (ризиндар) һәм псевдоцифеллалары (аҡһыл таптар, йәғни газ әйләнеше өсөн хеҙмәт иткән ҡабыҡ өҙөктәре) бар. Ҡыҙғылт‑көрән төҫтәге дискы булған, диаметры 6—7 мм еткән апотециялары һирәк барлыҡҡа килә. Белорет р‑нының (Көньяҡ Урал ҡурсаулығы) таулы киң япраҡлы урмандарында ағас олондарында үҫә. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.Е.Журавлёва

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019