РАФИҠОВА Нурия Тимерғәле ҡыҙы
РАФИҠОВА Нурия Тимерғәле ҡыҙы [5.4.1953, БАССР-ҙың Ҡандра р-ны Ҡандра а. (БР-ҙың Туймазы р-ны)], иҡтисадсы. Иҡт. ф. д-ры (2000), проф. (2001). БАХИ-ны тамамлағандан һуң (1975) 1978 й. тиклем һәм 1981 й. алып БДАУ-ҙа эшләй: 1995 й. башлап иҡт. кибернетика каф. мөдире, 1998 й. – өлкән ғилми хеҙм-р, 2000 й. алып а.х. иҡтисады каф. мөдире, 2002 й. – иҡтисадта статистика һәм мәғлүмәт системалары каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге статистикаға, БР агросәнәғәт комплексының етештереү сығымдарын һәм үҫеш һөҙөмтәлелеген иҡт.-стат. тикшереү методологияһын камиллаштырыуға арналған. Р. тарафынан а.х. продукцияһын етештереү кимәлен күтәреү һәм үҙҡиммәтен кәметеү б-са тәҡдимдәр яһала. 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙм.: Себестоимость сельскохозяйственной продукции: факторы и методология анализа. М., 1999; Статистическое исследование доходов населения и их дифференциации в Республике Башкортостан. Уфа, 2008 (авторҙ.); Статистическое исследование экономической эффективности сельского хозяйства. Уфа, 2008 (авторҙ.).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина