Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ

Просмотров: 1922

СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяҡ‑көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта — Миәкә р‑ны, төньяҡ-көнбайышта — Ырымбур өлк., көнсығышта — Стәрлетамаҡ, көньяҡ‑көнсығышта — Мәләүез, көньяҡта Фёдоровка р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Ҡарағош р‑ны булараҡ ойошторола (ҡара: Административ район), район составына Стәрлетамаҡ кантоны улустары инә, 1932 й. 20 февр. хәҙ. исемен ала. 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ р‑ндарына бирелә. 1964 й. 3 мартында яңынан ойошторола. Майҙаны — 1609 км2. Адм. үҙәге — Стәрлебаш а., Өфөнән көньяҡ‑көнбайышҡа 182 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. көнбайышҡа табан 57 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 39,5; 1959 — 29,8; 1989 — 21,7; 2002 — 22,0; 2010 — 20,2. Милли составы (2002): татарҙар — 56,8%, башҡорттар — 33,3%, урыҫтар — 5,6%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 13,5 кеше/км2. Районда 15 ауыл советы, 69 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Стәрлебаш (5,8 мең кеше), Тәтер‑Арыҫлан (1,0 мең), Буҙат (0,8 мең) ауылдары. Район терр‑яһы Стәрлебаш‑Фёдоровка ҡалҡыулығында урынлашҡан. Рельефы конус формаһындағы ҡалдыҡ тауҙар м‑н ҡалҡыу, тигеҙһеҙ. С.р. Көньяҡ Татар көмбәҙе сиктәрендә ята. Район терр‑яһында балсыҡ һәм ҡомло балсыҡ ятҡылығы (Стәрлебаш), нефть ятҡылығы (Гончар) бар. Климаты континенталь, дым етешмәй. Һауаның уртаса йыллыҡт‑раһы 2,5°С, ғин. уртаса т‑ра ‑15°С, июлдә 19°С. Абс. макс. т‑ра 33°С, абс. миним. т‑ра ‑44,0°С. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 450 мм, йылы осорҙа 300—350 мм. Гидрографик селтәрҙе Стәрле, Өршәк, Тәтер (Дим й. ҡушылдығы) һәм Күндерәк (Ашҡаҙар й. ҡушылдығы) йылғалары; Ҡыҙыл Маяҡ һаҙлығы барлыҡҡа килтерә. Йыуылған, типик һәм ябай ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә, төньяҡ‑көнбайышында ҡараһыу һоро урман тупрағы осрай. Киң япраҡлы урмандар таралған. Терр‑яның 16,9%‑ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы урман һәм дала төрҙәренән тора. Табылды сейәлектәре тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора. 2009 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 121,0 мең га (дөйөм майҙандың 75%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 72,6, сабынлыҡтар — 10,1, көтөүлектәр — 38,2; урмандар майҙаны — 29,2, ер өҫтө һыуҙары — 0,5. Район Урал алды дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [3 АХПК, ш. иҫ. “Күндерәк”, 13 ЯСЙ, 94 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтереүгә, ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малын үрсетеүгә махсуслаша, сусҡасылыҡ, һарыҡсылыҡ, умартасылыҡ үҫешкән. Район терр‑яһында “Нива” ПБ, БР‑ҙың “Стәрлетамаҡ урман хужалығы” дәүләт автономиялы учреждениеһы урынлашҡан. “Стерлибашевсксельэнерго”, “Стерлибашевоводоканал”, “Стерлибашевский Жилищник” ЯСЙ‑лары, “ЭСК РусГидро” ААЙ төркөмө “Башҡортостан энергетик тауар һатыу компанияһы” ЯСЙ‑ның Стәрлетамаҡ район‑ара бүлексәһенең Стәрлебаш участкаһы, “Газпромгазораспределе‑ ние Уфа” ААЙ‑ның Салауат ҡ. филиалының Стәрлебаш комплекслы газ хеҙмәте, “Стерлибашевский жилкомсервис” МУП‑ы, юл ремонтлау-төҙөү идаралығы һ.б. эшләй. Район терр‑яһы буйлап Стәрлетамаҡ—Стәрлебаш— Фёдоровка, Ҡырғыҙ‑Миәкә—Стәрлебаш, Ҡырғыҙ‑Миәкә—Тәтер‑Арыҫлан— Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ—Стәрлебаш—Тәтер‑Арыҫлан автомобиль юлдары үтә. С.р. көньяҡ иҡтисади төбәккә инә. Районда Стәрлетамаҡ тармаҡ‑ара колледжының Стәрлебаш филиалы, 20 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 10‑ы урта мәктәп, ш. иҫ. Стәрлебаш урта мәктәбе №1; махсус коррекция мәктәбе, 31 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар ижады йорто, ДЮСШ, спорт‑һауыҡтырыу комплексы; үҙәк район дауаханаһы, амбулатория, 27 фельдшер- акушерлыҡ пункты; мәҙәниәт йорто, 24 клуб учреждениеһы, 18 китапхана бар. Районда өлгөлө һәм халыҡ үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. Урыҫ, башҡ. һәм татар телдәрендә “Стерлибашевские родники” гәз. сыға.

И.В.Голубченко, С.Г.Курас

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019