Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТӘРЛЕТАМАҠ РАЙОНЫ

Просмотров: 1771

СТӘРЛЕТАМАҠ РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяҡ‑көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡ‑көнбайышта — Әлшәй, төньяҡта — Ауырғазы, төньяҡ‑көнсығышта — Ғафури, көнсығышта — Ишембай, көньяҡта — Мәләүез, көньяҡ‑көнбайышта Стәрлебаш һәм көнбайышта Миәкә р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Стәрлетамаҡ кантоны улустарынан ойошторола(ҡара: Административ район). Майҙаны — 2219,8 км2. Адм. үҙәге – Стәрлетамаҡ ҡалаһы. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 70,0; 1959 — 48,9; 1989 — 33,6; 2002 — 37,7; 2010 — 40,3; 2015 — 41,8; 2017 — 42,9. Милли составы (2002): урыҫтар — 35,6%, татарҙар — 23,2%, башҡорттар — 21,6%, сыуаштар — 12,3%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 18,7 кеше/км2. Районда 20 ауыл советы, 111 ауыл торама пункты бар, иң ҙурҙары: Наумовка (2,9 мең кеше), Оло Ҡуғанаҡ (2,6 мең), Загородный (2,5 мең), Рощинский (2,1 мең) ауылдары. С.р. Салауат ҡ. м-н сиктәш.

Рельеф морфоструктураларының сиктәре Ағиҙел й. буйлап асыҡ күренә: төньяҡ өлөшө — Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә, көнсығышы – Башҡортостан (Көньяҡ) Уралыныңкөнбайыш битләүе тау итәктәрендә һәм тәпәш тауҙарында, көньяҡ‑көнбайышы Дөйөм Һыртта ята. С.р. ҡаплаулы сульфат карст үҫешкән. Райондың үҙәк өлөшө Көньяҡ Татар көмбәҙендә, көнсығышы Шихан‑Ишембай биләнендәурынлашҡан. Район терр‑яһында эзбизташ (Йөрәктау), кирбес сеймалы ятҡылыҡтары: балсыҡ һәм ҡомло балсыҡ(Байраҡ, Көнсығыш Ҡуғанаҡ, Талалаевка), цемент балсығы (Краснояр, Мичуринск), керамзит (Михайловск), аҙ иреүсән (Талалаевка), ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы һәм ҡом (Кантюковка, Краснояр, Покровка, Хрипунов) сығанаҡтары, нефть ятҡылыҡтары (Ураҙмәт, Черниговка, Ямғырсы) бар. Климаты континенталь, дым етешмәй. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы — 2,3°С, ғин. уртаса т‑ра — ‑15°С, июлдә — 21°С. Абс. макс. т‑ра — 38°С, абс. миним. т‑ра — ‑48,0°С. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары — 450 мм. Гидрографик селтәрҙе Ағиҙел, Ашҡаҙар, Ҡуғанаҡ, Стәрле йй. барлыҡҡа килтерә. Йыуылған, типик ҡара тупраҡөҫтөнлөк итә. Болон далалары һәм ҡоро болондар таралған. Терр‑яның яҡынса 5%‑ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы урман һәм дала төрҙәренән тора. Йөрәктау, Стәрлетамаҡ урмансылығының 13‑сө кварталындағы ҡарағай һәм шыршы культуралары (23‑сө выдел), 16 кварталындағы ҡарағайҙар (23), 19 кварталындағы кедр (17) — тәбиғәт ҡомартҡылары.

2018 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 189,5 мең га (дөйөм майҙандың 85%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 129,3, сабынлыҡтар — 14,4, көтөүлектәр — 43,5; урмандар майҙаны — 13,2, ер өҫтөһыуҙары — 2,1. Район Урал алды дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [“Рощинский” совхозы, 2 АХПК, 9 ЯСЙ, ш. иҫ. Калинин М.И. ис. агросәнәғәт пр‑тиеһы, 106 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, көнбағыш үҫтереүгә, һөт-ит йүнәлешле һыйыр малын үрсетеүгә, сусҡасылыҡҡа махсуслаша. Ҡошсолоҡ үҫешкән. Район терр‑яһында “Ашҡаҙар” тәж. производствоһы, “Турбаҫлы бройлерҙары” ААЙ, урман хужалығы урынлашҡан. “Агропромэнерго” ЯСЙ, “БашАгроМаш” АЙ (икеһе лә — Загородный), “ИнвестРайСтройЗаказчик" ЯСЙ (Мариинский а.), юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Куйбышев т. юлы (Дим—Төйлөгән участкаһы), Өфө—Ырымбур, Стәрлетамаҡ—Стәрлебаш—Фёдоровка, Стәрлетамаҡ—Красноусол, Стәрлетамаҡ—Раевка, Стәрлетамаҡ—Стәрлебаш—Тәтер‑Арыҫлан автомобиль юлдары үтә. С.р. көньяҡ иҡтисади төбәккәинә.

Районда Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы, 29 дөйөм белем биреү мәктәбе, ш. иҫ. 26 урта мәктәп; балалар йорто, 15 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар сәнғәт мәктәбе, 2 музыка мәктәбе, ДЮСШ, мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн реабилитация үҙәге (Наумовка), Балалар ижады йорто, йәш техниктар станцияһы, үҫмерҙәр клубы; поликлиникаһы м-н 4-се ҡала дауаханаһы, 4 участка дауаханаһы, 4 амбулатория, 44 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, һаулыҡ һаҡлау пункты; 2 мәҙәниәт йорто, 37 клуб учреждениеһы, 38 китапхана бар. “Сельские нивы” гәз. нәшер ителә.

И.В.Голубченко, З.Ф.Үләмәева

 Г.А.Миһранова

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019