Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘТЕШЛЕ РАЙОНЫ

Просмотров: 2129

ТӘТЕШЛЕ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Пермь крайы, көнсығышта — Асҡын, көньяҡ‑көнсығышта — Балтас, көньяҡта — Борай, көнбайышта Яңауыл р‑ндары м‑н сиктәш. 1935 й. 31 ғин. БАССР‑ҙың Балтас һәм Яңауыл р‑ндарын бүлеү һөҙөмтәһендә ойошторола (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Яңауыл р‑ны составына индерелә. 1966 й. 30 дек. яңынан ойошторола. Майҙаны — 1376 км2. Адм. үҙәге — Үрге Тәтешле а., Өфөнән төньяҡҡа 209 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) көньяҡ‑көнсығышҡа табан 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 36,8; 1959 — 34,5; 1989 — 26,0; 2002 — 26,8; 2016 — 23,0. Милли составы: башҡорттар — 60,2%, удмурттар — 21,5%, татарҙар — 14,8%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 16,7 кеше/км2. Районда 13 ауыл советы, 75 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Үрге Тәтешле (8,1 мең кеше), Иҫке Күрҙем (1,1 мең), Шулған (1,0 мең) ауылдары.

Район терр‑яһы Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге сиктәрендә ята. Рельефы тигеҙлектәрҙән, көнсығыш өлөшөндә убалы тигеҙлектәрҙән ғибәрәт. Т.р. Башҡорт көмбәҙе сиктәрендә урынлашҡан. Район терр‑яһында кирбес сеймалы бар: балсыҡ һәм ҡомло балсыҡ (Ураҙгилде II), керамзитлы балсыҡ (Ураҙгилде) ятҡылыҡтары; нефть ятҡылыҡтары (Йөгәмеш, Тепляк, Тәтешле һ.б.), газ‑нефть ятҡылыҡтары (Ҡыҙылъяр‑Көйәҙе). Климаты континенталь, уртаса йылы, дымлылығы етерлек. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 1,5°С, ғин. уртаса т‑ра ‑15,5°С, июлдә 18°С. Абс. макс. т‑ра 38°С, абс. миним. т‑ра ‑51°С. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары яҡынса 700 мм, йылы осорҙа 350—400 мм. Гидрографик селтәрҙе Әри й. (Беүә й. ҡушылдығы), Йоҡ, Тибел, Башҡы, Варзы, Гәрәй ҡушылдыҡтары м‑н Тере Танып й., Петропавловка, Танып һаҙлыҡтары барлыҡҡа килтерә. Һоро урман һәм кәҫле көлһыу тупраҡтар өҫтөнлөк итә, төньяҡта, көнсығышта һәм көньяҡта аҡһыл һоро урман тупрағы осрай. Ҡатнаш һәм киң япраҡлы һәм ҡара ылыҫлы урмандар таралған. Терр‑яның 37%‑ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы урман һәм урман‑дала төрҙәренән тора.

2016 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 76,4 мең га (дөйөм майҙандың 55%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 51,4, сабынлыҡтар — 7,3, көтөүлектәр — 17,7; урмандар майҙаны — 52,2, ер өҫтө һыуҙары — 0,6. Район төньяҡ урман‑дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [11 АХПК, ЯСЙ, 19 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, картуф үҫтереүгә, һөт һәм ит йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Йылҡысылыҡ, умартасылыҡ үҫешкән. Нефть сығарыу м‑н “Башнефть—Добыча” ЯСЙ “Арланнефть” һәм “Краснохолмскнефть” НГДУ‑ларының структур бүлексәләре шөғөлләнә. Район терр‑яһында ветеринария станцияһы һәм лаб. урынлашҡан. “Башкирэнерго” ААЙ‑ның “Башҡортостан—Көнбайыш энергетик тауар һатыу компанияһы” ЯСЙ филиалы Нефтекама бүлексәһенең Тәтешле участкаһы, “Газ‑Сервис” ААЙ филиалы “Нефтекамскгаз”, кирбес з‑ды (“Возрождение” ЯСЙ), “Тәтешле район ауыл хужалығы техникаһы” МУП‑ы, “Башинформсвязь” ААЙ филиалы Бөрө район‑ара электр элемтәһенең Үрге Тәтешле элемтә узелы, “Тәтешле” май з‑ды МУП‑ы, автостанция, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Борай—Иҫке Балтас—Көйәҙе, Яңауыл—Үрге Тәтешле автомобиль юлдары үтә. Т.р. төньяҡ‑көнбайыш иҡтисади төбәккә инә.

Районда ПУ, 34 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 14‑е урта мәктәп; 29 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы, балалар музыка мәктәбе, балалар ижады үҙәге, “Батыр” үҫмерҙәр клубы; үҙәк район дауаханаһы, 5 амбулатория, 35 фельдшер‑акушерлыҡ пункты; мәҙәниәт һарайы, 25 клуб учреждениеһы, район кино‑видео селтәре, 25 китапхана, Ә.Ҡ.Атнабаев музейы, Соҡорой Ғ. музейы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Районда 13 халыҡ һәм 7 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. Урыҫ, татар телдәрендә “Татышлинский вестник” (“Тәтешле хәбәрҙәре”) һәм удмурт телендә “Ошмес” гәз. сыға.

И.В.Голубченко, С.Ғ.Курас

Тәрж. З.Б.Латипова

 

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019