Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОР РАЙОНЫ

Просмотров: 942

ТОР РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, төньяҡ- көнсығышта Петровский районы, көньяҡта — Мәләүез, төньяҡ‑көнбайышта Стәрлетамаҡ р‑ндары м‑н сиктәш булған. 1930 й. 20 авг. Стәрлетамаҡ кантоны улустарынан Верхотор р‑ны булараҡ ойошторолған (ҡара: Административ район), 1930 й. 15 окт.алып Т.р. 1932 й. 20 февр. бөтөрөлгән, терр‑яһы Мәләүез һәм Петровский р‑ндары составына индерелгән. Майҙаны — 2022 км2. Район үҙәге — Воскресенск а., 1930 й. 15 окт. башлап Верхотор ауылы. Районда 18 ауыл советы, 105 ауыл торама пункты булған. Халҡы — 45,3 мең кеше (1930), күпселек урыҫтар йәшәгән. Иҡт. нигеҙен ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә, иген культуралары, мал аҙығы культуралары, көнбағыш үҫтереүгә махсуслашҡан а.х. тәшкил иткән, баҡс‑ҡ, балыҡсылыҡ, умартасылыҡ үҫешкән. Колхоз, мебель ф‑каһы, 34 дөйөм белем биреү мәктәбе, үҙәк район дауаханаһы, 5 медпункт, 3 уҡыу өйө теркәлгән.

Тәрж. З.Б.Латипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: