Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЙМАЗЫ РАЙОНЫ

Просмотров: 2063

ТУЙМАЗЫ РАЙОНЫ, БР‑ҙың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Шаран, көнсығышта — Бүздәк, көньяҡ‑көнсығышта — Бәләбәй, көньяҡта — Йәрмәкәй р‑ндары, көнбайышта ТР м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Бәләбәй кантоны улустары инә (ҡара: Административ район). 1935 й. Т.р. терр‑яһы Йәрмәкәй һәм Шаран р‑ндарына, 1937—56 йй. терр‑яның бер өлөшө Ҡандра р‑нына ингән. 1963—65 йй. райондарҙы эреләтеүгә бәйле Т.р. составына Баҡалы, Бүздәк, Шаран р‑ндарының терр‑ялары ҡушыла. Майҙаны — 2403,5 км2. Адм. үҙәге — Туймазы ҡ., Өфөнән көнбайышҡа табан 170 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 53,5; 1959 — 99,0; 1989 — 30,7; 2002 — 62,7; 2010 — 64,4; 2018 — 68,2. Милли составы (2002): татарҙар — 38,5%, башҡорттар — 33,7%, урыҫтар — 22,8%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 55 кеше/км2. Районда 18 ауыл советы, 113 ауыл торама пункты бар, иң ҙурҙары: Ҡандра (12,9 мең кеше), Серафимов (9,4 мең), Собханғол (7,9 мең) ауылдары. Т.р. эсендә Октябрьский ҡ. урынлашҡан.

Т.р. Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге һәм Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының сигендә ята. Рельефы яйла һымаҡ, киртләсле, йырын‑һыҙалар селтәре м‑н йырғыланған. Т.р. Татар көмбәҙе сиктәрендә урынлашҡан. Район терр‑яһында гипс (Мәҡсүт), эзбизле сеймал (Ҡарлы, Серафимов), ҡом‑ҡырсын ҡатнашмаһы (Кәкребаш, Мулла, Туймазы), кирбес сеймалы: ҡомлоҡ (Туҡмаҡ‑Ҡаран), балсыҡ һәм ҡомло балсыҡ (Ғәфүр, Исмаил) ятҡылыҡтары; нефть ятҡылыҡтары (Арҙат, Кәлшәле, Кәпәй‑Ҡобау, Серафимовка нефть ятҡылыҡтары, Собханғол, Стаханов, Троицкий, Туймазы нефть ятҡылыҡтары), ер аҫты һыуҙары ятҡылыҡтары (Ҡыҙаш, Туймазы, Туҡай, Түб. Тамаҡ, Яҡшай) бар. Климаты континенталь, уртаса дымлы. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы — 3°С, ғин. уртаса т‑ра — -14,5°С, июлдә — 19°С. Абс. макс. т‑ра — 40°С, абс. миним. т‑ра —-50°С. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары — 400—500 мм, йылы осорҙа — 300 мм. Гидрографик селтәрҙе Ыҡ, Өҫән, Нөгөш йй., Ҡандракүл, Буҙбейә һаҙлығы барлыҡҡа килтерә. Ҡараһыу һоро урман, кәҫле‑карбонатлы тупраҡтар, көлһыуланған, ҡалдыҡ карбонатлы һәм типик ҡара тупраҡтар өҫтөнлөк итә. Райондың көнбайыш һәм көньяҡ‑көнбайыш өлөшөндә киң япраҡлы мезофитлы урмандар таралған. Терр‑яның 26,5%‑ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы дала төрҙәренән тора. Ҡарағас культуралары, Ҡандра т. юл ст. буйында ултыртылған ҡарағайҙар, Саған һыҙаһы, Ҡандракүл, Шумилов шарлауығы, кәкүк ситеге популяцияһы һ.б. — тәбиғәт ҡомартҡылары. Ҡандракүл тәбиғи паркы ойошторолған.

2018 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 142,5 мең га (дөйөм майҙандың 59%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 77, сабынлыҡтар — 18,3, көтөүлектәр — 45,0; урмандар майҙаны — 78,8, ер өҫтө һыуҙары — 2,7. Район Урал алды дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [4 АХПК, 13 ЯСЙ, 136 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, картуф, ябыҡ һәм асыҡ грунтта йәшелсәләрҙе үҫтереүгә, ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Ҡошсолоҡ, умартасылыҡ, бәшмәк йыйыу, сәскәселек үҫешкән. Район терр‑яһында урман хужалығы, “Туймазы ҡошсолоҡ фабрикаһы” ААЙ урынлашҡан. Нефть сығарыу м‑н “Башнефть—Добыча” ЯСЙ “Туймазанефть” һәм “Октябрьскнефть” НГДУ‑ларының структур бүлексәләре шөғөлләнә. Районда “Газпром газораспределение Уфа” ААЙ‑ның Туймазы ҡ. урынлашҡан “Таргин бурение” ЯСЙ филиалы, “Серафимов автоматика һәм телемеханика тәжрибә заводы”, Туймазытехуглерод”, “Уралтехнострой‑Туймазыхиммаш” ААЙ‑лары, “Транснефть‑Урал”АЙ‑ның нефть ҡыуыу идаралығы, “3‑сө төҙөлөш фирмаһы”, “Ҡатырға‑ҡағыҙ комбинаты”, “Серафимов мамығы”, “Егетәк ит комбинаты” ЯСЙ‑лары, “САВА” ит комб‑ты, “Прометей” автокемпингы эшләй. 1999 й. алып Т.р. ел электр станцияһы файҙаланыла. Район терр‑яһынан Куйбышев т. юлы (Бөгөлмә—Шишмә участкаһы, Туймазы—Октябрьский тармағы), Һамар—Өфө—Силәбе, Бәләбәй—Николаевка—Туймазы—Баҡалы автомобиль юлдары үтә. Көнбайыш иҡтисади төбәккә инә.

Районда 5 урта махсус уҡыу йорто, 33 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 30‑ы урта мәктәп (ш. иҫ. Иҫке Туймазы урта мәктәбе, Ҡандра урта мәктәбе №1, Түбәнге Троицк урта мәктәбе), аҡыл яғынан үҫешеп етмәгән балалар өсөн интернат (Серафимов); 48 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, художество мәктәбе, 3 балалар музыка мәктәбе (Ҡандра, Серафимов, Туймазы), сәнғәт мәктәбе (Собханғол); 12 дауалау‑иҫкәртеү учреждениеһы, ш. иҫ. 3 район дауаханаһы, 2 амбулатория, “Таллыкүл” балалар шифаханаһы, амбулатория‑поликлиника учреждениелары, ашығыс мед. ярҙамы бүлеге, 51 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, 6 фельдшерлыҡ һаулыҡ һаҡлау пункты, психоневрология интернаты (Үрге Троицк а.); 36 клуб учреждениеһы, 41 китапхана, ш. иҫ. 8 моделләштерелгән, бар. Алыҫта урынлашҡан ауылдарҙы библиобус хеҙмәтләндерә. 20 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы эшләй. “Туймазинский вестник” гәз. нәшер ителә.

И.В.Голубченко

Тәрж. З.Б.Латипова

 

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: