Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАЛ ИҠТИСАДИ РАЙОНЫ

Просмотров: 1259

УРАЛ ИҠТИСАДИ РАЙОНЫ, РФ‑тың макроиҡтисади районлаштырыу берәмеге. Башҡортостан Республикаһы, Удмуртия, Ҡурған өлкәһе, Ырымбур өлкәһе, Пермь крайы, Свердловск өлкәһе һәм Силәбе өлкәһен үҙ эсенә ала. Майҙаны — 824 мең км2. Халҡы — 18922,2 мең кеше. У.и.р. урбанизацияның юғары кимәле м‑н айырылып тора (75%), иң ҙур ҡалалар (мең кеше): Екатеринбург (1370,7), Силәбе (1143,0), Пермь (1026,6), Өфө (1120,2). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 23 кеше/км2. Терр‑яһы тундра, тайга, урман, урман‑дала һәм дала тәбиғәт зоналарында урынлашҡан. 1917 й. тиклем районлаштырыуҙың төрлө варианттарында У.и.р. элгәрҙәре осрай. 20‑се йй. башында ГОЭЛРО планына ярашлы ойошторола; 1963 й. башлап СССР‑ҙың Дәүләт планы селтәрендә — У.и.р., 1982 й. алып (БАССР уның составына ингәндән һуң) — хәҙ. сиктәрендә (ҡара: Иҡтисади районлаштырыу). У.и.р. — РФ‑тың үҫешкән индустриаль‑аграр районы. Волга буйы иҡтисади районы м‑н бергә (ҡайһы берҙә уларҙы Урал‑Волга буйы макротөбәгенә берләштерәләр) үҙләштерелгән көнбайыш һәм киләсәктә үҙләштереләсәк көнсығыш терр‑ялар араһында мөһим геогр. урынды биләй. РФ‑тың Көнбайыш иҡт. зонаһына инә. Төп тәбиғәт ресурстары — агроклимат һәм һыу ресурстары, тупраҡ, балыҡ, рекреацион ресурстар; файҙалы ҡаҙылмаларға бай: яғыулыҡ (нефть — БР‑ҙа; тәбиғи газ — Ырымбур өлк.; таш күмер — Пермь крайында), мәғдән (баҡыр — БР‑ҙа, Ырымбур һәм Силәбе өлк.; титан — Свердловск өлк. һ.б.), химик (тоҙ — БР‑ҙа, Ырымбур өлк., Пермь крайында һ.б.), төҙөлөш ҡаҙылмалары. У.и.р. металлургия, машиналар эшләү, нефтехимия сәнәғәте, химия сәнәғәте, электр энергетикаһы, урман сәнәғәте, агросәнәғәт комплексында махсуслаша. Тимер юл, үткәргес торба, йылға транспорты үҫешкән. БР У.и.р. ингән төбәктәр араһында үткәргес торба транспортының оҙонлоғо б‑са 1‑се һәм сәнәғәт етештереү күләме б‑са 3‑сө урынды биләй.

И.В.Голубченко

Тәрж. З.Б.Латипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: