Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УЧАЛЫ РАЙОНЫ

Просмотров: 2026

УЧАЛЫ РАЙОНЫ, Башҡортостандың Урал аръяғының төньяғында урынлашҡан. Төньяҡ‑көнбайышта, төньяҡта һәм көнсығышта — Силәбе өлк., көньяҡта — Әбйәлил, көнбайышта Белорет р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Тамъян‑Ҡатай кантоны улустарынан ойошторола (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Белорет р‑нына бирелә. 1965 й. 13 ғин. яңынан ойошторола. Майҙаны — 4553 км2. Адм. үҙәге — Учалы ҡ., Өфөнән көнсығышҡа табан 376 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 51,9; 1959 — 55,2; 1989 — 67,3; 2002 — 75,8; 2010 — 73,3. Милли составы (2010): башҡорттар — 64,3%, урыҫтар — 18,2%, татарҙар — 15,9%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 16 кеше/км2. Районда 18 ауыл советы, 87 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Учалы (6,9 мең кеше), Миндәк (2,7 мең), Ахун (2,6 мең) ауылдары.

Район терр‑яһы Уралтау һыртының көнсығыш битләүе буйлап һуҙылған. Рельефы тәпәш тауҙарҙан тора. У.р. Уралтау зонаһы һәм Магнитогорск мегасинклинорийы сиктәрендә ята. Район терр‑яһында төҫлө металдар һәм алтын (Учалы баҡыр колчеданы ятҡылығы, Яңы Учалы, Көнбайыш Озёрный), марганец мәғдәндәре (Ҡорама, Ташҡаҙған, Ураҙ), тальк (Пугачёв, Кузьма‑Демьяновка), эзбизташ (Юлдаш), кирбес сеймалы: балсыҡ һәм ҡомло балсыҡ (Көнсығыш Учалы); ҡом‑ҡырсын материалы (Илтабан, Ураҙ), төҙөлөш ташы (Саңғалыҡ, Көнбайыш Озёрный), йөҙләү ташы (Мансур), серпентинит (Өргөн), йәшмә (Ҡалҡан, Әүешкүл) ятҡылыҡтары бар. Климаты киҫкен континенталь, уртаса йылы. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 1,5°С, ғин. уртаса т‑ра ¬16,5°С, июлдә 17°С. Абс. макс. т‑ра 38°С, абс. миним. т‑ра ¬47°С. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 450—500 мм, йылы осорҙа 350— 400 мм. Һырттар араһындағы уйпатлыҡтарҙа температуралар инверсияһы күҙәтелә. Гидрографик селтәрҙе Мейәс, Уй йй. һәм Бирсә, Шәгәр, Маҙар, Миндәк һ.б. ҡушылдыҡтары м‑н Урал й. барлыҡҡа килтерә; тау алды зонаһындағы теҙмә‑ара уйпатлыҡтарҙы күлдәр (Ҡалҡан, Ҡарағайлы, Миһеле, Оҙонкүл, Оло Асыуҙы, Өргөн, Әүешкүл һ.б.) биләй, уларҙың ҡайһы берҙәренең төбөндә шифалы ләм ултырмалары ята; Бурансы, Ҡасҡарҙы, Төлөк, Ураҙ һ.б. һаҙлыҡтар, Илтабан һыуһаҡлағысы һ.б. бар. Һоро, аҡһыл һәм ҡараһыу һоро тау‑урман тупрағы, йыуылған һәм көлһыуланған ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә. Ҡарағас ҡатыш ҡарағай һәм ҡайын урмандары, райондың төньяҡ өлөшөндә — ҡара ылыҫлы тайга таралған. Райондың 40,5%‑ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы урман, урман‑дала һәм дала төрҙәренән тора. Өргөн күле һәм Өргөн ҡарағайлығы, Ҡарағайлы күле, Уйташ тауы — тәбиғәт ҡомартҡылары. Район терр‑яһында Уралтау ландшафт заказнигы ойошторолған.

2010 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 172 мең га (дөйөм майҙандың 38%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 56,6, сабынлыҡтар — 47,5, көтөүлектәр — 67,7; урмандар майҙаны — 230,0, ер өҫтө һыуҙары — 6,1. Район тау‑урман зонаһы һәм Урал аръяғы дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [6 АХП, 114 крәҫтиән (фермер) хужалығы, ш. иҫ. “Аҡҡужа”] иген культуралары үҫтереүгә, һөт‑ит һәм ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Йылҡысылыҡ, һарыҡсылыҡ үҫешкән. Район терр‑яһында БР‑ҙың “Учалы урманы” ДУП‑ы, “Учалы урман хужалығы” дәүләт учреждениеһы, инкубатор‑ҡошсолоҡ станцияһы урынлашҡан. “Урал таштары” ААЙ, “Саңғалыҡ диорит карьеры” (икеһе лә — Мансур а.), “Башҡортостан алтын табыу компанияһы” ғилми-производство филиалы (Сәфәр а.), “Башкиравтодор ААЙ”‑ның Учалы юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы, “Учалы квасы” ААЙ (икеһе лә — Учалы а.) һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Көньяҡ Урал т. юлы [Мейәс (Силәбе өлк.)—Учалы—Межозёрный (Силәбе өлк.)], Белорет— Учалы—Мейәс, Учалы—Ахун—Верхнеуральск (Силәбе өлк.) автомобиль юлдары үтә. У.р. Урал иҡтисади төбәгенә инә.

Районда Ураҙ аграр лицейы, гимназия (Учалы а.), 17 дөйөм белем биреү мәктәбе, ш. иҫ. Ахун урта мәктәбе һәм Учалы урта мәктәбе, 2 төп мәктәп; 16 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 3 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы, балалар йорто, психоневрология интернаты, “Өмөт” балалар һәм үҫмерҙәр өсөн соц. приют (бөтәһе лә — Учалы а.), балалар музыка, художество мәктәптәре, 7 балалар сәнғәт мәктәбе, 4 участка дауаханаһы, 4 амбулатория, 52 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, “Ирәмәл”, “Йәшмә” ҡунаҡханалары, “Өргөн” туристар комплексы; мәҙәниәт һарайы, 64 клуб учреждениеһы, 34 китапхана, Мортазин М. музейы, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы (Ахун), Вознесение сиркәүе бар. 24 халыҡ һәм 18 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы, ш. иҫ. “Ирәмәл”, эшләй. Карта 400-сө б.

Р.А.Фәтҡуллин

Тәрж. З.Б.Латипова

 

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019