Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ, ҡала

Просмотров: 6602

ӨФӨ, ҡала, Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы. Республиканың үҙәк өлөшөндә Ағиҙел, Өфө һәм Дим йй. араһында Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята. Ҡала төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан 50 км ашыу оҙонлоҡҡа һуҙылған. Майҙаны — 765,2 км2. Халҡы (мең кеше): 1897 й. — 49,2; 1926 — 98,5; 1939 — 245,9; 1959 — 546,9; 1989 — 1079,8; 2002 — 1049,5; 2010 — 1071,6; 2015 — 1120; 2021 — 1137,5. Милли составы: урыҫтар  48,9%, татарҙар  28,3%, башҡорттар — 17,1%, украиндар — 1,2% һәм башҡалар. Ө. Дим, Калинин, Киров, Ленин, Октябрь, Орджоникидзе, Совет административ райондарын һәм 24 ауыл торама пунктын үҙ эсенә ала. Ҡалала Өфө районының администрацияһы урынлашҡан.

  Уңайлы ерҙә урынлашыуы элек-электән халыҡтарҙың был территорияға күсеп ултырыуына булышлыҡ иткән. Ө. территорияһында 100‑ҙән ашыу археологик ҡомартҡы, ш. иҫ. Дежнев ҡурғандары, Өфө ҡәберлеге, Өфө ҡәберлектәре, Шайтан ҡаласығы, табылған.

1586 й. (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1574 й.) Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, урта быуаттарҙағы башҡ. ҡалаһы (ҡара: Өфө II) урынында, мең ҡәбиләһе ерҙәрендә Өфө ҡәлғәһе (ҡара: Өфө кремле) булараҡ нигеҙ һалына. 1586 й. алып ҡала һәм Өфө өйәҙенең административ үҙәге, 1719 й. — Өфө провинцияһының (Сенатҡа буйһонған) административ үҙәге, 1781 й. — Өфө наместниклығының, 1797—1922 йй. — Өфө өйәҙенең, бер үк ваҡытта 1802 й. башлап Ырымбур губернаһы гражданлыҡ идаралығының, 1865—1922 йй. Өфө губернаһының үҙәге. 1922 й. башлап республиканың баш ҡалаһы. Шәжәрә буйынса, Ө. төҙөү инициаторҙары башҡорттар булған, шулай уҡ хеҙмәтле кешеләр ҡатнашҡан. 16 б. аҙағында — 18 б. Ө. — Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығышында дипломатия һәм сауҙа үҙәге, бында воевода идаралығы органдары, ш. иҫ. Өфө приказ йорто урынлашҡан, аманаттар тотолған, Көнсығыш дәүләттәре һәм халыҡтары вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр алып барылған. Ҡаланың көнкүреше тәүҙә — Өфө биҫтәләре, һаҡлау — гарнизон тарафынан тәьмин ителгән. 18 б. башында үҙидара ойоштороу өсөн ҡалала ратуша (1722 й. алып магистрат) төҙөлгән, хөкүмәт идаралығы менән провинция канцелярияһы (ҡара: Провинция) шөғөлләнгән. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осоронда Ө. эргәһендә Чесноковка баш күтәреүселәр үҙәге урынлаша. 1773 й. ноябрендә — 1774 й. мартында Ө. И.Н.Зарубин етәкселегендәге баш күтәреүселәр ғәскәре уратып алған, 1773 й. 23 декабрендә һәм 1774 й. 25 ғинуарында бер нисә тапҡыр штурмлана, һуңыраҡ бында хөкүмәт ғәскәрҙәре урынлаша, баш күтәреүселәрҙе һаҡлау һәм язалау урыны була. 1782—96 йй. Ө. Наместниклыҡ идараһы (ҡара: Наместниклыҡ), 1802—1917 йй. граждан губернаторы канцелярияһы урынлаша. 1788 й. Ырымбур мосолман диниә назараты, 1799 й. Ө. кафедраһы менән Ырымбур һәм Өфө епархияһы ойошторола. 18 б. аҙағында ҡала думалары булдырыла. 1811 й. Ө. 5 меңгә яҡын кеше йәшәй. 1825 й. ҡала янғын бүлеге нигеҙләнә. Ҡала реформаһы (1870) һөҙөмтәһендә бөтә ҡатламдар өсөн ҡала думаһы һәм ҡала башҡармаһы ойошторола. Халыҡ сауҙа, төрлө кәсептәр менән шөғөлләнгән. 19 б. ҡалала сәнәғәт үҫеше башлана. 60‑сы йй. Ағиҙел й. буйлап пароход судносылығы (ҡара: Йылға транспорты) ойошторола, был Өфө губернаһының Волга буйы һәм Рәсәйҙең үҙәк райондары менән сауҙа бәйләнештәренең үҫеүенә булышлыҡ итә, айырыуса иген һатыу үҫешә. 1865 й. 2153 йортта 21016 кеше йәшәгән. 19 сиркәү, мәсет, 2 монастырь, музей, 2 дауахана, 517 кибет, 6 күн заводы, 5 шәм эшләү, 3 һабын ҡайнатыу, 10 кирбес, шырпы эшләү, 5 араҡы ҡыуыу, 7 туң май иретеү заводы була. Йәмәғәт банкыһы һәм музей эшләй. 1888 й. Ө. аша Һамар—Өфө тимер юлы участкаһы төҙөлә (ҡара: Тимер юлдар). 1906 й. 26 сиркәү, 2 монастырь, 3 мәсет, 7 урта һәм 20 башланғыс уҡыу йорто, 3 дауахана, 50 фабрика һәм завод (таҡта ярыу, күн эшкәртеү, баҡыр ҡойоу, кәрәсин эшләү, итек тегеү һ.б.) теркәлгән. Революция (1905—07) ваҡытында Башҡортостанда тәүге тапҡыр Өфө тимер юл оҫтаханалары эшселәре тарафынан эшсе депутаттары советы ойошторола (ҡара: Советтар). 19 б. аҙағында — 20 б. башында Ө. социаль‑демократик хәрәкәттең формалашыуына В.Н.Крохмаль, Н.К.Крупская, А.И.Свидерский, А.Д.Цюрупа, шулай уҡ В.И.Ленин һ.б. ҙур өлөш индерә. 1917 й. мартында Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы ойошторола; августа 2‑се Бөтә башҡорт ҡоролтайы үткәрелә, унда Башҡорт мәркәз шураһының Өфө секретариаты һайлана. 1918 й. сентябрендә Ҙур Себер ҡунаҡханаһы (ҡара: Ҡунаҡханалар) бинаһында Өфө дәүләт кәңәшмәһе үтә, унда Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте булдырыу тураһында акт ҡабул ителә. Граждандар һуғышы осоронда Ө. ике тапҡыр большевиктарға ҡаршы көстәр ҡулында була, Өфө операцияһы ваҡытында ҡалала совет власы урынлаштырыла.

  30‑сы йй. Ө. яңы предприятиелар барлыҡҡа килә; ҡаланың артабанғы социаль‑иҡтисади үҫеше республикала нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә бәйле. Б.В. һуғышы йылдарында Ө. Украина ССР‑ы Фәндәр академияһының Президиумы һәм күпселек институттары, СССР ФА‑ның күп кенә ғилми учреждениелары һәм юғары уҡыу йорттары, Украина ССР‑ының Т.Г.Шевченко исемендәге Киев академик опера һәм балет театры һ.б. эвакуациялана. Ҡайһы бер эвакуацияланған сәнәғәт предприятиелары нигеҙендә республикала Авангард, Уфахимпром заводтары, Өфө агрегат производство берекмәһе, Уфимкабель, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Прогресс һ.б. төҙөлә; машиналар эшләү, металл эшкәртеү, сәнәғәттең химия тармағы үҫеш ала. Һуғыштан һуңғы осор иҡтисадына юғары үҫеш темптары хас. 1956 й. Черниковск ҡ. (уның предприятиелары станоктар, автомобиль двигателдәре, электр, тау ҡорамалдары, нефть продукттары, резина изделиелар, фанер, шырпы, төҙөлөш материалдары һ.б. етештергән) Ө. ҡушылғас, Ө. Урал-Волга буйы төбәгенең ҙур сәнәғәт үҙәгенә әүерелә.

  Ө. үҙәк иҡтисади төбәккә ҡарай. Ҡаланың дөйөм ер фонды 715,9 км2 тәшкил итә, уның яҡынса 35%‑ын биналар һәм юлдар биләй.

Географик һәм транспорт йәһәтенән уңайлы ерҙә урынлашыуы сәнәғәттең, сәнәғәт һәм социаль инфраструктура объекттарының бында айырыуса тупланыуына килтерә. Ө. 455‑тән ашыу эре һәм урта предприятие тупланған; иҡтисадта 508,8 мең кеше мәшғүл (2016). Ҡала иҡтисадына күп тармаҡлы производство структураһы хас: нефть эшкәртеү сәнәғәте, нефтехимия сәнәғәте, машиналар эшләү, металл эшкәртеү, ағас эшкәртеү предприятиелары һәм башҡалар. Ө. РФ‑тағы иң эре нефть эшкәртеү заводтары урынлашҡан: “Новойл” (ҡара: Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы), Уфанефтехим, Уфаоргсинтез, Өфө нефть эшкәртеү заводы; төҙөлөш комплексы үҫешкән (ҡара: Төҙөлөш), 50‑нән ашыу төҙөлөш ойошмаһы эшләй. Яңы предприятиелар, социаль объекттар, торлаҡ (ҡаланың торлаҡ фонды 23,0 млн м2 тәшкил итә) төҙөү әүҙем алып барыла. Ө. — ҙур транспорт үҙәге: ҡалала тимер юлдар, автомобиль юлдары, һауа юлдары, үткәргес торбалар селтәре үҫешкән.Өфө халыҡ-ара аэропорты, Өфө тимер юл вокзалы, Көньяҡ автовокзал, 7 борам эшләй. Ө. аша Куйбышев тимер юлы [Абдулла—Өфө, Ҡарлыман—Белорет—Магнитогорск, Дим—Төйлөгән (Ырымбур өлкәһе), Өфө ҡ. Көньяҡтан урау тимер юлы, Өфө—Кропачёв (Силәбе өлкәһе), Черниковка—Благовещен тармағы], Көньяҡ Урал тимер юлы (Өфө—Златоуст); Мәскәү—Өфө, Һамар—Өфө—Силәбе, Өфө—Ырымбур, Өфө—Бөрө—Яңауыл, Өфө—Инйәр—Белорет һ.б. автомобиль юлдары үтә. Өфө сәнәғәт узелына инә.

Ҡаланың геосәйәси урыны тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙең, халыҡ-ара бәйләнештәрҙең үҫеүенә ыңғай йоғонто яһай. Ө. — төбәктең финанс үҙәге. Альфа‑Банк‑Башҡортостан, Һаҡлыҡ банкыһы, УРАЛСИБ һ.б. банктар эшләй.

  Ө. — республиканың фән, мәғариф һәм мәҙәниәт үҙәге. БР Фәндәр академияһы, РФА Өфө фәнни үҙәге, ғилми-тикшеренеү, проект институттары һ.б., 250 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 129 дөйөм белем биреү мәктәбе, 21 лицей, 21 гимназия, мәктәп-интернат; 30‑ға яҡын махсус урта, 28 юғары уҡыу йорто (ш. иҫ. филиалдар һәм вәкиллектәр), шулай уҡ 47 өҫтәлмә белем биреү учреждениеһы, ш. иҫ. 12 музыка, 2 художество, 3 сәнғәт мәктәбе, 20 балалар ижады һарайы һәм үҙәге, ш. иҫ. Комаров В.М. исемендәге балалар ижады һарайы, 4 балалар ижады йорто, 48 спорт мәктәбе, эшләй.

  Ө. 57 дауалау‑иҫкәртеү учреждениеһы бар. 20 дауахана, ш. иҫ. Республика клиник дауаханаһы, Республика балалар клиник дауаханаһы, Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы, Күҙ ауырыуҙары институты, Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институты, 7 диспансер, 14 поликлиника, ш. иҫ. 5 балалар поликлиникаһы, 12 стоматология поликлиникаһы, 4 бала табыу йорто, дауаханаларҙа 4 бала табыу бүлеге, 3 шифахана‑курорт һәм рекреация учреждениеһы, ш. иҫ.,Йәшел Сауҡалыҡ шифаханаһы һ.б., эшләй. Ө. 1669 спорт ҡоролмаһы, ш. иҫ. 5 стадион; “Олимпик‑Парк” (ҡара: Трамплин) һәм Биатлон спорт‑һауыҡтырыу комплекстары, 2 спорт һарайы, ш. иҫ. Өфө-Арена; Аҡбуҙат ипподромы, 40‑тан ашыу бассейн, 760 асыҡ урында эшләнгән спорт ҡоролмаһы бар.

  Ҡалала балалар (20) һәм халыҡ (29) китапханаларының үҙәкләштерелгән системаһы эшләй, ш. иҫ. Милли китапхана; 7 театр, ш. иҫ. Башҡорт драма театры, Урыҫ драма театры, Милли Йәштәр театры, Ҡурсаҡ театры һ.б.; Конгресс-холл”, 14 мәҙәни‑ял учреждениелары, 12 һынлы сәнғәт галереяһы, Актёрҙар йорто, 12 музей, Башҡорт филармонияһы,  планетарий, 7 мәҙәниәт һәм ял паркы, 9 кинотеатр һәм киноустановка һ.б., эшләй. 1991 й. алып Ө. халыҡ-ара Туғанлыҡ фестивале уҙғарыла.

  Ҡалала 12 мәсет, 18 храм һәм сиркәү, синагога, 3 протестант сиркәүе һәм ғибәҙәт ҡылыу йорто бар; Архитекторҙар союзы, Журналистар союзы, Композиторҙар союзы, Яҙыусылар союзы, Фоторәссамдар союзы һ.б. эшләй. Республикалағы киң мәғлүмәт сараларының күпселек өлөшө — радио- һәм телеканалдар (ҡара: Радио тапшырыу, Телевизион тапшырыу), гәзит һәм журналдар, ш. иҫ. 22 республика баҫмаһы (Башҡортостан, Йәшлек, Республика Башкортостан, Кызыл таң гәзиттәре, Ағиҙел, Бельские просторы журналдары һ.б.), Вечерняя Уфа, Киске Өфө, Уфимские ведомости гәзиттәре,Уфа журналы һ.б. — Өфөлә тупланған. Ө. — китап нәшер итеү эше үҙәге: “Башҡортостан Республикаһы” (ҡара: Башҡортостан) нәшриәт йорто, Белая река, Китап нәшриәттәре һ.б., БР‑ҙың Башҡорт энциклопедияһы дәүләт автономиялы фән учреждениеһы эшләй.

  Ө. атамаһының килеп сығышы тураһында бер нисә фекер бар: төрки теленән “уба” — ҡурған; “уфаҡ” — бәләкәй, ҙур түгел, уғыр теленән “фойо” — йылға (төркисә “хува” — ташҡын), “өпәй” — башҡорттарҙың өпәй ҡәбиләһе исеменән һ.б. Шулай уҡ ҡара: Өфөнө өйрәнеү.

Тәрж. З.Б.Латипова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.01.2023