Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙҮТӘЛ ҮЛӘНЕ

Просмотров: 748

ЙҮТӘЛ ҮЛӘНЕ (Thermopsis), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 36 төрө билдәле, Европаның көньяҡ‑көнсығышында, Азияның уртаса өлкәләрендә һәм Төньяҡ Американың көньяғында таралған. Башҡортостанда Шишкин Й.ү. үҫә. Оҙон йәйелеүсән тамырһабаҡлы һәм нескә тамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, ҡырлы, аҡһыл төклө, бейеклеге 10—40 см. Япрағы өсәрле, ике эре япраҡ рәүешендәге япраҡ эргәлектәре м‑н, сиратлы, ҡыҫҡа һаплы, өҫ яҡтан яланғас, йәшел төҫтә, аҫ яҡтан ҡыҫылған, төклө. Япраҡсаһы оҙонса, кире ланцет йәки оҙонса эллипс формаһында, шыма ситле. Сәскәлеге — 2—3 сәскәһе булған 2—6 суҡтан торған ҡуйы булмаған ос тәлгәш. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — төклө, бөгөлгән йәйпәкләп ҡыҫылған ҡуҙаҡ, август—сент. өлгөрә. Орлоғо сығынҡы һауытлы, бөрө формаһында, шыма, ҡарағусҡыл зәйтүн йәки ҡара төҫтә. Йылға үҙәндәренең ҡоро болондарында, Баймаҡ, Стәрлебаш, Хәйбулла, Әбйәлил р‑ндарының далаларында үҫә. Дарыу үҫемлеге, составында алкалоидтар, сапониндар, эфир майҙары һ.б. бар. Юҡҡа сығарыуы ауыр булған ағыулы орлоҡло карантин ҡый үләне. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Л.Х.Үҙәнбаева, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: