Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЫЙЫҠЛЫ АЛЬП ҠУҢЫҘЫ

Просмотров: 742

МЫЙЫҠЛЫ АЛЬП ҠУҢЫҘЫ (Rosalia alpina), ҡаты ҡанатлылар отрядының мыйыҡлы ҡуңыҙҙар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Башлыса Европала (төньяҡта Швецияның көньяҡ өлөшөнә тиклем) таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 15—38 мм. Кәүҙәһе зәңгәрһыу һоро, йышыраҡ өҫкө ҡанатында ебәк-ҡара таптар һәм таҫмалар була, һирәк осраҡта ҡара төҫтә. Мыйығы 11 быуынлы, зәңгәр төклө, ата бөжәктәрҙә — кәүҙәһенән 1,5 тапҡыр оҙонораҡ. Йомортҡаларын япраҡлы ағастар ҡайырының ярыҡтарына һала. Ҡарышлауығы эре (40 мм тиклем), аҡ төҫтә, арҡаһының алғы өлөшөндә ҡыҙғылт һары таптар бар. Май—июндә ҡурсаҡлана. Үҫеш циклы (3—4 йыл) тышҡы мөхит шарттарына бәйле. Ҡарышлауығы ҡышлай. Осошо июнь—сентябрҙә ҡояшлы көндә күҙәтелә. Ауырыу йәки ҡороған япраҡлы ағастарҙың (имән, йүкә, сәтләүек ағасы, энәлек һ.б.) үҙағасы менән туҡлана. БР‑ҙа Архангел, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Иглин, Ишембай, Күгәрсен, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Өфө райондарында осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.10.2022