Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОЛСТОЛОБИКТАР

Просмотров: 1018

ТОЛСТОЛОБИКТАР (Hypophthalmichthynae), карп һымаҡтар отрядының карптар ғаиләһенә ҡараған балыҡтарҙың 2 заты. Сөсө һыуҙа өйөр булып йәшәүсе балыҡтар, Көнсығыш Азия йылғаларында Амур й. алып Ҡытайҙың көньяғына тиклем таралған. Кәүҙә оҙонлоғо — 100 см тиклем, ауырлығы — 40 кг тиклем. Кәүҙәһе орсоҡ һымаҡ, ян‑яғы ҡыҫылған. 2 төрө билдәле: аҡ Т. һәм сыбар Т. Аҡ Т. арҡаһы һорғолт йәшел, ян‑яғы көмөш төҫөндә, таптары юҡ, күҙҙәре аҫта урынлашҡан, киле тамағынан алып аналь тишегенә тиклем. Айғолаҡ һөҙгөстәре ҡушылып үҫкән. Ауыҙы бәләкәй, итләс, бер аҙ күтәренке, һиҙеү ағзалары һәм тештәре юҡ. Яҫы тештәре йотоу аппаратында урынлашҡан. Сыбар Т. арҡаһы көрән‑һоро, ян‑яғы көмөш төҫөндә, башы ҙур; киле ҡорһаҡ йөҙгөстәренән алып аналь тишегенә тиклем. Енси яҡтан 6—8 йылда, Ҡарман һыуһаҡлағысының йылы һыуында 5—6 йылда өлгөрәләр. Көнсығыш Азия йылғалары шарттарында яҙ көнө һәм йәй башында һыу т‑раһы 20°С юғары булғанда ыуылдырыҡ сәсәләр: аҡ Т. — ағым һыу өҫтөндә, сыбар Т. — һыуҙың аҫҡы ҡатламдарында. Үрсемлелеге — 0,5—1 млн ыуылдырыҡ. Аҡ Т. — фитопланктон, сыбар Т. зоо‑, фитопланктон, детрит м‑н туҡлана. Ҡиммәтле кәсеп балыҡтары. Һыу ятҡылыҡтарының тәбиғи мелиораторҙары булып тора. Респ. шарттарында тәбиғи юл м‑н үрсемәйҙәр. Т. яһалма үрсетеү м‑н Краснокама р‑нының “Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығы” ЯСЙ шөғөлләнә, унда йылына 20 млн тиклем селбәрә алына. Тауар ауырлығына (1,2 кг) 3 йылда етә. Тәбиғи балыҡ табышы — 100 кг/га тиклем. Респ. йылына 50 т тиклем үҫтерелә һәм һатыла.

Р.Б.Йосопов

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: