Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҠАЕВ Ғәзим Ғәҙелмотаһар улы

Просмотров: 1054

ТУҠАЕВ Ғәзим Ғәҙелмотаһар улы [14.3.1909, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Йәнбәк а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 7.11.1981, Өфө], актёр. РСФСР‑ҙың халыҡ (1969) һәм атҡ. (1955) артисы, БАССР‑ҙың халыҡ (1954) һәм атҡ. (1945) артисы. Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1932; М.Ә.Мәһәҙиев, В.Мортазин‑Иманский курсы). 1930 й. һәм 1935—81 йй. БАДТ актёры.

Төрлөсә кәүҙәләндереү һәм импровизациялау оҫтаһы. Йәнлектәрҙе, ҡоштарҙы, тәбиғәт күренештәрен, предметтарҙы һүрәтләү оҫталығы һөҙөмтәһендә ғәжәп образдар тыуҙыра. Башҡ. һәм урыҫ драматургияһы әҫәрҙәре б‑са спектаклдәрҙә төрлө пландағы күп ролдәр башҡара: Байрамғол (“Ағиҙел ярында”, Р.Ниғмәти), Закирйән (“Дауылға табан”, Р.Ф.Ишморат), Ябағаев (“Айгөл иле”), Земляника (“Тикшереүсе” — “Ревизор”, Н.В.Гоголь), Телегин (“Ваня ағай” — “Дядя Ваня”, А.П.Чехов), Шадрин (“Мылтыҡлы кеше” — “Человек с ружьём”, Н.Ф.Погодин). Т. комик ролдәре киҫкен сатира м‑н айырыла: Кәрим бай һәм Вафа (“Башмағым”), Ҡалмантаев (“Аҡ сирендәр”, Н.Асанбаев), Бальзаминов (“Бальзаминовтың өйләнеүе” — “Женитьба Бальзаминова”, А.Н.Островский). Дәрүиш ролендә (“Ай тотолған төндә”) аяуһыҙ кеше образын, дини фанатизм ҡорбанын кәүҙәләндерә. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1955). Өфөлә Т. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: