ӨФӨ КИЗЕ‑МАМЫҠ КОМБИНАТЫ
590
ӨФӨ КИЗЕ‑МАМЫҠ КОМБИНАТЫ, ААЙ. Ҡаты кизе‑мамыҡ туҡымалар, тегеү изделиелары (түшәк кәрәк‑яраҡтары, матрастар, һырыған юрғандар) етештерә. Составына туҡыу, ҡабул итеү‑контроль, халыҡ ҡулланыуындағы тауарҙар участкалары ингән. 2009 й. 517 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған. 1942 й. эвакуацияланған Серпухов туҡыу (Мәскәү өлк.) һәм Ярцево иләү (Смоленск өлк.) ф‑калары базаһында ойошторола, 1993 й. хәҙ. статусын ала.
Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: