Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ ЭЛЕКТРОЛАМПА ЗАВОДЫ — ЯҠТЫЛЫҠ

Просмотров: 1430

ӨФӨ ЭЛЕКТРОЛАМПА ЗАВОДЫ — ЯҠТЫЛЫҠ, 1941 й. эвакуацияланған 191‑се завод базаһында (Мәскәү өлк. Фрязино ҡасабаһы) 643‑сө завод булараҡ ойошторолған (1942 й. радиолампалар, 1945 й. дөйөм тәғәйенләнешле лампалар, 1947 й. миниа‑ тюр лампалар етештереү үҙләштерелә), 1961 й. алып Өфө электролампа з‑ды (1984 й. үтә миниатюр лампалар), 1993 й. — “Ө.э.з. — Я.” ААЙ, 2011 й. ябыла. Составына дөйөм һәм махсус тәғәйенләнешле ҡыҙҙырма лампалар йыйыу, быяла изделиелар, цоколдәр, спиралдәр һәм электродтар етештереү, быяла, сәнәғәт газдары сығарыу, механика, энергетика, транспорт цехтары; гофрировкалы ҡатырға, ҡатырға таралар, мастика етештереү, ремонт‑төҙөлөш участкалары ингән. 2009 й. 1680 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә ебәрелгән. 2010 й. пр‑тиела 9 млрд ашыу лампа етештерелгән. РФ‑та һәм БДБ илдәрендә тулыһынса быялалы цоколе булған автомобиль лампалары сығарған берҙән‑бер пр‑тие.

Әҙәб.: М а з и н В.И. Уфимской лампы негасимый свет... Уфа, 2002.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019