Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛАУАТ, ҡала

Просмотров: 1729

САЛАУАТ, БР‑ҙағы ҡала һәм т. юл станцияһы. Өфөнән 160 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Майҙаны — 106 км2. Халҡы (мең кеше): 1959 й. — 61,0; 1979 — 137,0; 1989 — 150,8; 2002 — 158,6; 2010 — 156,1; 2016 — 153,9. Милли составы (2015): урыҫтар — 55%, татарҙар — 21%, башҡорттар — 18,1%. С. иҡт. нигеҙе — нефтехимия сәнәғәте, нефть эшкәртеү сәнәғәте һәм машиналар эшләү. “Газпром нефтехим Салават”, Яңы Салауат ТЭЦ‑ы, “Двигательмонтаж” (2015 й. тиклем), “Салаватнефтемаш”, “Салаватметалл”, “СалаватГидравлика”, “Башпромсервис”, “Битум”, “Акрил Салават”, “Салаватстекло”, “Термоизопласт” ЯСЙ‑лары, “Салаватводоканал”, “Хладокомбинат” МУП‑тары һ.б. пр‑тиелар эшләй. С. аша Куйбышев т. юлы (Аллағыуат—Ишембай тармағы), Өфө—Ырымбур, Ишембай—Воскресенск—Мәләүез автомобиль юлдары үтә. Стәрлетамаҡ—Салауат сәнәғәт узелына инә. Ҡалала ӨДНТУ, Өфө туҡланыу һәм хеҙмәтләндереү индустрияһы колледжы, Башҡ‑н иҡт.‑юридик техникумы филиалдары, Салауат педагогия колледжы, Салауат индустриаль колледжы, Салауат медицина колледжы, Салауат механика-төҙөлөш колледжы, Салауат музыка колледжы, Һөнәрселек училищеһы №19, 2 һөнәрселек лицейы, 20 дөйөм белем биреү мәктәбе, 3 гимназия, мәктәп‑интернат, 43 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар экология‑биол. ст., сәнғәт үҙәге, балалар (үҫмерҙәр) һәм техник ижад, туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәктәре, ДЮСШ; ҡала дауаханаһы (составында бала табыу йорто, балалар дауаханаһы), “Медсер‑ вис” ЯСЙ, стоматология поликли‑ никаһы, тире-венерология һәм туберкулёз диспансерҙары бар. Салауат башҡорт драма театры, “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайы, “Ағиҙел” мәҙәни‑ял үҙәге, “Октябрь” кинотеатры, 11 филиалы булған Үҙәк китапхана системаһы, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, “Ағиҙел” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, муниц. халыҡ музыка ҡоралдары оркестры, 30 халыҡ һәм өлгөлө коллектив, “Нефтехимик” спорт һарайы, “Салауат” спорт-техник клубы, спорт‑концерт комплексы, 2 стадион, 3 бассейн, 4 спорт мәктәбе, 2 сиркәү, 2 мәсет, инжил христиан-баптистарының сиркәүе эшләй. Урыҫ телендә “Выбор”, башҡ. телендә “Салауат” гәз. сыға. 1948 й. нефть комб‑ты төҙөлөүгә бәйле Новостройка ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына, 1949 й. алып С. эшселәр ҡасабаһы, 1954 й. хәҙ. статусын ала. Ҡала эсенә 1956 й. — Бәләкәй Муса, Ҡоҙаҡай аа., 1978 й. — Кесе Аллағыуат а., 1994 й. Желанный, Юпитер аа. ингән. С. мәҙәни мираҫ объекттары: ҡала Советы (1956), “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайы (1962) биналары урынлашҡан.

И.В.Голубченко

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Карта города

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: