Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛАУАТ РАЙОНЫ

Просмотров: 2145

САЛАУАТ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ- көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Дыуан, төньяҡ‑көнсығышта — Ҡыйғы, көньяҡта — Силәбе өлк., көнбайышта Нуриман р‑ндары м‑н сиктәш. 1935 й. 31 ғин. Малаяҙ р‑ны булараҡ ойошторола, 1941 й. 4 мартынан хәҙ. исемен ала (ҡара: Административ район). Майҙаны — 2182 км2. Адм. үҙәге — Малаяҙ а. (1963—65 йй. Мәсәғүт а.), Өфөнән төньяҡ‑көнсығышҡа табан 183 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) 29 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 32,6; 1959 — 32,3; 1989 — 26,4; 2002 — 28,5. Милли составы: башҡорттар — 66,9%, татарҙар — 22,1%, урыҫтар — 9,8%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 12,8 кеше/км2. Районда 16 ауыл советы, 60 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Малаяҙ (4,8 мең кеше), Мөрсәлим (2,5 мең), Арҡауыл (1,5 мең), Лаҡлы (1,1 мең), Янғантау (1,1 мең) ауылдары. Рельефы Йүрүҙән‑Әй тигеҙлегенән, төньяҡта — Йүрүҙән һәм Әй йылғалары үҙәндәре м‑н террассаланған денудациялы Әй буйы тигеҙлегенән, көньяҡта Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы көнбайыш битләүенең тау алды һәм түбән таулыҡтарынан (Ҡаратау, Һилейә һырттары һ.б.) тора. Район ЙүрүҙәнСылва депрессияһы сиктәрендә, көньяҡ‑көнсығышы Башҡорт мегантиклинорийында урынлашҡан. Көньяҡ өлөшөндә асыҡ йәки карсһыҙ тоҡомдарҙың ҙур булмаған ҡатламдары м‑н ҡапланған карбонат карсы үҫешкән. Иҙрис мәмерйәһе, Лаҡлы мәмерйәһе, Лука мәмерйәһе, Салауат мәмерйәһе, Урмантау мәмерйәһе һ.б. урынлашҡан. Район терр‑яһында балсыҡ һәм ҡомло балсыҡ (Мәхмүт), эзбизташ (Мөрсәлим), ҡом‑ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Яланкүл) ятҡылыҡтары бар. Климаты ҡырҡа континенталь, уртаса һалҡын, дымлы. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 1,5°С, ғин. уртаса т‑ра ‑16°С, июлдә 17°С. Теҙмә‑ара уйпатлыҡтарҙа температуралар инверсияһы күҙәтелә. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары — 650 мм. Гидрографик селтәрҙе Көҫкәнде, Илек, Божа ҡушылдыҡтары м‑н Йүрүҙән; Олоер, Һикияҙ, Лаҡлы ҡушылдыҡтары м‑н Әй һ.б. барлыҡҡа килтерә. Кәҫле‑көлһыу тупраҡ һәм һоро урман тупрағы, көньяҡ өлөшөндә кәҫле әсе тайга тупрағы өҫтөнлөк итә. Икенсел ҡайынлыҡтар, үҙәк өлөшөндә һөрөнтө ерҙәр һәм ҡарағай урмандары урынында ҡоро болондар, көньяҡта көньяҡ тайга ҡарағай урманы (башлыса икенсел ҡайын һәм уҫаҡ урмандары м‑н алышынған), ш. уҡ тау алды урмандары (асыҡ ылыҫлы‑киң япраҡлы һәм ҡайын) һаҡланып ҡалған. Хайуандар донъяһы урман һәм дала төрҙәренән тора. Арҡауыл һаҙлығы, Күҫәләр көкөртлө һыу сығанағы, Ҡапҡаташ, Ҡорғаҙаҡ, Ҡыҙҙартау, Лағыр һаҙлығы, Лаҡлы мәмерйәһе, Миәшәгәр һаҙлығы, Янғантау тәбиғәт ҡомартҡылары булып тора. 2008 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 69,2 мең га (дөйөм майҙандың 23%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 26,4, сабынлыҡтар — 16,4, көтөүлектәр — 26,4; урмандар майҙаны — 91,9, ер өҫтө һыуҙары — 2,1. Район төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [4 АХПК, 9 ЯСЙ, 43 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, мал аҙығы культуралары, картуф үҫтереүгә, ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә һ.б. махсуслаша. Йәшелсәселек, сусҡасылыҡ үҫешкән. “Башкиравтодор” ДУП‑ы бүлендек пр‑тиеһы, төҙөлөш- төйөрлө эзбиз з‑дтары, төҙөлөш ағас‑таҡта (бөтәһе лә — Мөрсәлим), карьер‑ҡырсынташ з‑ды (Яхъя а.), Мөрсәлим ит комбинаты (2000 й. тиклем), юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Көньяҡ‑Урал т. юлы (Кропачёво—Златоуст участкаһы), Кропачёво—Мәсәғүт—Әшит (Свердловск өлк.), Малаяҙ—Үрге Ҡыйғы—Яңы Балаҡатай—Үңкерҙе (Силәбе өлк.) автомобиль юлдары үтә. Төньяҡ‑көнсығыш иҡтисади төбәккә инә. Районда ПУ, гимназия, 42 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 26‑һы урта мәктәп, ш. иҫ. Арҡауыл урта мәктәбе, 13 төп, мәктәп‑интернат (Лағыр а.), 3 башланғыс, 28 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар сәнғәт мәктәбе, балалар ижады йорто, йәш техниктар станцияһы, ДЮСШ; үҙәк район һәм 3 участка дауаханаһы, 25 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, “Дуҫлыҡ” бәлиғ булмағандар өсөн соц.‑реабилитация үҙәге (Нәсибаш а.); “Янғантау” шифаханаһы, 38 клуб учреждениеһы, 25 китапхана, Салауат Юлаев музейы, Ғарипов Р. музейы бар. Районда 3 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы эшләй. Урыҫ телендә “На земле Салавата” һәм башҡ. телендә “Йүрүҙән” гәз. сыға.

Р.З.Ширғәзин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019