Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАМАР ӨЛКӘҺЕ

Просмотров: 1643

ҺАМАР ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Татарстан һәм Ҡаҙағстан респ., Ульяновск, Һарытау өлкәләре, Ырымбур өлкәһе м‑н сиктәш. Үҙәге — Һамар ҡалаһы. 1928 й. 14 майында Урта Вол­га өлк. булараҡ ойошторола (ҡара: Һамар губернаһы), 1929 й. алып Урта Волга крайы, 1935 й. — Куйбышев крайы, 1936 й. — Куйбышев өлк., 1990 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. 27 районды, 12 ҡаланы үҙ эсенә ала. Волга буйы федераль округына инә. Майҙаны — 53,6 мең км2. Халҡы — 3 млн кеше, ш. иҫ. 7,9 мең башҡорт (2002). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 59,3 кеше/км2. Халҡының тәбиғи кәмеүе — 3,3 мең кеше. Урбанизация — 80,6%; ҙур ҡалалары — Һамар, Тольятти, Сызрань, Новокуйбышевск. Иҡт. әүҙем халыҡ һаны — 1,7 млн кеше. Миграция б‑са кәмеү — 0,3 мең кеше. Милли составы (%): урыҫтар — 83,4, татар­ҙар, мордвалар һәм сыуаштар — 3,6‑шар, украиндар — 2,5 һ.б. Һ.ө. башҡорттары Ырғыҙ‑Кәмәлек башҡорттарына ҡарай, Диңгеҙбай (96%), Имел (82), Каменнодольск (92), Кинйәғол (98), Ҡасҡын (90), Моратша (100), Ташкүстән (96), Үтәкәй (96), Хәсән (82), Ырғыҙ (78) һ.б. торама пункттарҙа йәшәй (2002).

БР һәм Һ.ө. араһында Сауҙа‑иҡт., фәнни‑техник, соц. һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек т‑да (1999), Инвестиция эшмәкәрлеге һәм эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү өлкәһендә хеҙмәттәш­лек т‑да (2008) килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. БР һәм Һ.ө. сауҙа әйләнеше 2007 й. 14,5 млрд һум тәшкил иткән. Һ.ө. башҡорттары ҡоролтайы (1996 й. алып), Һамар ҡ. башҡорттары ҡорол­тайы (2002 й. алып), “Юлдаш” башҡорт йәштәре союзы (2007 й. алып, бөтәһе лә — Һамар), “Ырғыҙ” Башҡорт милли‑мәҙәни үҙәге (1999 й. алып, Ырғыҙ ҡсб) эшләй. Йыл һайын һабантуй, науруз байрамдары үткәрелә, 2004 й. йыйын, 2005 й. Һ.Х.Дәүләтшинаның юбилейына арналған Һәҙиә йыйыны (икеһе лә — Ырғыҙ) була. 2002 й. башлап Һамарҙа Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәре уҙғарыла. “Кино — балаларға” (“Кино — детям”; 2004) Халыҡ‑ара кинофестивале сиктәрендә Оло Чернигов р‑ны мәктәптәрендә башҡорт телендәге анимация фильмдарының презентацияһы үткәрелә. 2007 й. “Һамар өлкәһе башҡорттары: тарих һәм хәҙерге осор” түңәрәк өҫтәле була. 1918—20 йй. Һамарҙа “Ҡыҙыл донъя” гәз., 2000 й. алып башҡорт телендә “Ырғыҙ” гәз. нәшер ителә. БР‑ҙа Һамар дәүләт архитектура‑төҙөлөш университетының, Һамар дәүләт тимер юлдар университетының филиалдары эшләй. Һ.ө. тыуған Ғ.Д.Дәүләтшин, Ғ.Й.Дәүләтшин, Х.Й.Йомағолов, Р.Й.Ҡушаева, Ф.Х.Мостафина, Д.Л.Нестеров, Р.Ниғмәти, Ф.А.Пучков, П.Г.Рыбаков һ.б. эшмәкәрлеге Башҡортостан м‑н бәйле.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.08.2022