Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҘБАШ ЙЫЛАНДАР

Просмотров: 867

ТУҘБАШ ЙЫЛАНДАР (Colubridae), йыландар ғаиләһе. Яҡынса 2 мең төрө билдәле, Антарктиданан башҡа бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 4 төрө осрай: баҡыр йылан, таш йыланы, һыу туҙ баш йыланы, ябай туҙбаш йылан. Кәүҙә оҙонлоғо 80—120 см (инә йыландар эрерәк). Кәүҙәһе зәйтүн, көрән, һоро йәки ҡара тиерлек төҫтә (ҡайһы бер заттарҙыҡы биҙәкле); буй рәттәр булып урынлашҡан бер төрлө шыма йәки ҡырлы тәңкәләр м‑н ҡапланған; кәүҙәһенең аҫҡы өлөшөндә киң ҡалҡансыҡтар бар. Башы муйынынан аҙ айырылған. Күҙ ҡараһы овал йәки түңәрәк формала. Теше күп. Полигам. Күпселек Т.й. йомортҡа һала, ҡайһы берҙәре — йомортҡа‑тере бала тыуҙыра. Июнь—июлдә 1‑ҙән алып бер нисә тиҫтәгә тиклем йомортҡаларын ергә, урман түшәмәһенә, үҫемлек сүп‑сары өйөмөнә, ағас ҡыуыштарына, өңдәргә, йығылған олон аҫтына һала. Йомортҡа‑тере бала тыуҙырғанда йәш йыландарҙың һаны — 2—20 һәм унан да күберәк. Көндөҙ әүҙем. Умыртҡаһыҙҙар (селәүсендәр, моллюскылар, бөжәктәр) һәм умыртҡалылар (балыҡтар, ер‑һыу хайуандары, һөйрәлеүселәр, ҡоштар һәм ваҡ имеҙеүселәр) м‑н туҡлана. Яңғыҙ, төркөм йәки ҙур өйкөмдәр м‑н кимереүселәрҙең, һуҡыр сысҡандарҙың өңдәрендә, текә яр ярыҡтарында, ағас тамырҙары аҫтында ҡышлайҙар. Т.й. сысҡан һымаš кимереүселәрҙең, ер‑һыу хайуандарының һанын көйләй. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән (ябай туҙбаш йыландан башҡа).

В.Ф.Хәбибуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019