САФИУЛЛИН Радик Ғәзиз улы
САФИУЛЛИН Радик Ғәзиз улы (15.4.1953, Өфө ҡ.), географ. География фәндәре докторы (1995), профессор (1998). РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2010). БДУ‑ны тамамлаған (1975), 1979 й. алып шунда уҡ эшләй: 1989 й. башлап иҡтисади география кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1998—2007 йй. география факультеты деканы. 2019 й. РФА Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Социаль‑иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының иҡтисад һәр территориялар үҫеше секторы баш ғилми хеҙмәткәре. Фәнни эшмәкәрлеге география теорияһы һәм методологияһы, иҡтисади‑географик районлаштырыу, һөҙөмтәле төбәк үҫеше, тәбиғәтте файҙаланыу иҡтисады һәм һәм иҡтисадта углекислый газ күләмен кәметеү менән бәйле.
Хеҙм.: Эффективность территориальных промышленных систем Республики Башкортостан: экономико‑географический подход. Ч.1. Уфа, 1995; Территориальное планирование и управление: экономико‑географический подход. Уфа, 2015 (авторҙ.); Тенденции и приоритеты пространственного развития Западно‑Казахстанской области. Уральск, 2015 ( авторҙ.).
И.В.Закиров
Тәрж. Г.М.Ғәлиева