Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СВЕРДЛОВСК ӨЛКӘҺЕ

Просмотров: 1532

СВЕРДЛОВСК ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. БР, Силәбе өлкәһе, Ҡурған өлкәһе, Төмән өлкәһе, Коми Респ. һәм Пермь крайы м‑н сиктәш. Үҙәге — Екатеринбург ҡ. (1924—91 йй. — Свердловск ҡ.). 1934 й. 17 ғин. Урал өлкәһен бүлгәндә ойошторолған. Составында 68 ҡала округы, 5 район, 47 ҡала, 27 ҡала тибындағы ҡасаба. Урал федераль округына инә. Майҙаны — 194,3 мең км2. Халҡы — 4,3 млн кеше, ш. иҫ. 31,1 мең башҡорт (2010). Халҡының уртаса тығыҙлығы — 22,1 кеше/км2. Халҡының тәбиғи кәмеүе (2010) — 3,9 мең кеше. Халыҡтың 83,9%‑ы ҡалала йәшәй; ҙур ҡалалары — Екатеринбург, Түб. Тагил, Каменск‑Уральский, Первоуральск, Серов. Иҡт. әүҙем халҡының һаны — 3,08 млн кеше. Миграция иҫәбенә кәмеү — 7,3 мең кеше. Милли составы (2010, %): урыҫтар — 90,7, татарҙар — 3,5, украиндар — 0,9, башҡорттар — 0,8 һ.б. С.ө. башҡорттары Урал аръяғы башҡорттарына ҡарай, Һыҙғы, Үрмәкәй, Өфө-Шигири, Шәкүр һ.б. торама пункттарында йәшәй. С.ө. терр‑яһына Өпәй, Һыҙғы, Оло Ҡошсо һәм Терһәк улустары башҡорттарының аҫаба ерҙәре инә; 19 б. 1‑се ярт. терр‑я Пермь губернаһы 2‑се башҡ. кантонының 5‑се, 6‑сы, 7‑се йорттары составына ингән. БР м‑н С.ө. араһында тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау, тәбиғи ресурстарҙы файҙаланыу һәм экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өлкәһендә (1998), сауҙа‑иҡт., фәнни‑техник, соц. һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек т‑да (2003) килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. 2002— 13 йй. Екатеринбургта БР‑ҙың Даими вәкиллеге эшләй. С.ө. башҡорттарының 1‑се өлкә съезы үтә (1998), башҡорт ҡоролтайҙары (1997 й. алып), Урта Урал халыҡтары көндәре (2003 й. алып) үткәрелә, уларҙың сиктәрендә йыл һайын өлкә кимәлендә башҡорт мәҙәниәте һәм киноһы байрамдары, фестивалдәре һ.б. үтә. С.ө. 6 башҡ. милли‑мәҙәни ижт. берекмәһе эшләй: Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы (2001 й. алып), Свердловск өлкә башҡорт үҙәге (2002 й. алып), М.Ғафури ис. Сведловск өлкә башҡ.‑татар йәмғиәте (1997 й. алып; бөтәһе лә — Екатеринбург) һ.б. Урал дәүләт тау ун‑тында Милли‑мәҙәни берекмәләргә булышлыҡ итеү үҙәге асылған, ул Башҡортостан тормошондағы әһәмиәтле ваҡиғаларға арналған һынлы сәнғәт күргәҙмәләре, саралар үткәрә; Сведловск өлкә мед. колледжында башҡ. яҡташтар берекмәһе бар. “Гөлдәр” ижади коллективы, мини‑футбол б‑са “Салауат Юлаев” командаһы эшләй. 2002—10 йй. С.ө. этномәҙәни уҡытыу компоненты булған 3 мәктәптә башҡорт теле мотлаҡ уҡытыла торған предмет булараҡ өйрәнелә (Үрмәкәй, Өфө‑Шигири, Шәкүр аа.), башҡ. телен өйрәнеү б‑са 3 йәкшәмбе мәктәбе асылған (1998 й. алып). С.ө. мәктәптәрен тамамлаусылар БР колледждарында һәм вуздарында уҡый. С.ө. һәм БР араһында фәнни бәйләнештәр булдырылған: Урал дәүләт тау ун‑ты БР Фәндәр академияһы м‑н берлектә «“Тау власы” һәм 18 б. башҡорттары» фәнни‑ғәмәли конф. үткәрә (Екатеринбург, 2005), Геология институты РФА Урал бүлексәһенең Геология һәм геохимия ин‑ты м‑н берлектә тикшеренеүҙәр алып бара һ.б. Красноуфимск ҡ. Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйылған (2008). С.ө. тыуған В.А.Ленский, А.К.Лощенков, Т.Ю.Петрова, В.Н.Серов, Т.А.Әлиев һ.б. эшмәкәрлеге Башҡортостан м‑н бәйле.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.08.2022