Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АУЫЛ БИЛӘМӘЛӘРЕ

Просмотров: 1343

АУЫЛ БИЛӘМӘЛӘРЕ, 1) илдә ҡабул ителгән ҡала биләмәһе (ҡалалар һәм ҡала тибындағы ҡасабалар) критерийҙарына тап килмәгән торама пункттар. А.б. ауыл хужалығы, ауыл хужалығы булмаған, ҡатнаш төрҙәргә айырып йөрөтөлә. РФ‑та А.б. түбәндәгесә бүленә: даими һәм миҙгелле йәшәү биләмәләре; халыҡ һаны б-са — бәләкәй (100 кешенән кәм), эре (1 меңдән ашыу кеше); халыҡтың таралып ултырыу рәүеше б-са — бер һәм күп хужалыҡлы һ.б. А.б. ауыл, ҡасаба һ.б. инә. Башҡортостанда, башҡорттар күсмә тормоштан ултыраҡ тормошҡа күсеү м‑н, ауылдар барлыҡҡа килә. Төбәккә урыҫтар, сыуаштар һ.б. күпләп күсенеүе һөҙөмтәһендә, этник яҡтан бер төрлө ауылдар һәм ҡасабалар хасил була. Ҙур А.б. тирәләй бүлендек ауылдар, утарҙар һ.б. төҙөлә. 20 б. уртаһына тиклем А.б. һаны арта, 60‑сы йй. адм. реформаларға бәйле улар эреләтелә, А.б. бер өлөшө киләсәкһеҙ тип табыла һәм бөтөрөлә (ҡара: Ҡала һәм ауыл халҡы). Респ. 1972 й. мәғлүмәттәр б‑са 5561 А.б. булған, 1981 й. — 5015, 2002 й. халыҡ иҫәбен алыу б‑са — 4586, 2010 й. — 4532 А.б.

2) РФ‑та административ‑территориаль ҡоролош берәмеге. 21 б. башында муниц. реформа һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән муниц. берәмек типтарының береһе. А.б. бер (1 меңдән ашыу кеше йәшәгән) йәки уртаҡ терр‑яға берләшкән бер нисә ауыл торама пункты (халҡы 1 мең кешенән кәмерәк булған) инә, уларҙа урындағы үҙидара халыҡтың үҙе тарафынан йәки вәкәләтле һайланма органдар аша ғәмәлгә ашырыла. А.б. адм. үҙәге була (урындағы йолаларҙы һәм барлыҡҡа килгән соц. инфраструктураны иҫәпкә алып билдәләнә). БР‑ҙа 828 А.б. ойошторолған (2010).

К.И.Әһлиуллина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019