Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АУЫЛ ТӨҘӨЛӨШӨ

Просмотров: 953

АУЫЛ ТӨҘӨЛӨШӨ, ауыл ерендә объекттар (малсылыҡ һәм ҡошсолоҡ фермалары, а.х. техникаһын ремонтлау, а.х. продукцияһын һаҡлау һәм эшкәртеү пр‑тиелары, мелиорация ҡоролмалары, электрлаштырыу, торлаҡ, соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар һ.б.) төҙөү һәм яңыртыуға махсуслашҡан төҙөлөш тармағы.

Башҡортостанда революцияға (1917) тиклем А.т. күбеһенсә ҙур ауыл торама пункттарында үҫешә: мәсеттәр, сиркәүҙәр, тирмәндәр, алпауыт утарҙары төҙөлә. Коллективлаштырыу йылдарында фермалар, клубтар һ.б. объекттар төҙөүҙе башлыса ҡала төҙөлөш ойошмалары башҡара. 50‑се йй. 2‑се ярт. колхоздарҙа даими эшләүсе колхоз-ара төҙөлөш ойошмалары, 1960 й. уларҙың 19‑ы нигеҙендә “Башмежколхозстрой” респ. берекмәһе булдырыла. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты бюроһы ҡарары б‑са, респ. һәр бер районына ҙур төҙөлөш трестары (“Башнефтезаводстрой”, Төҙөлөш тресы №3, Трест №21 һ.б.) беркетелә, улар тарафынан 1950—65 йй. 3,8 млн баш малға иҫәпләнгән малсылыҡ биналары, 19 машина-трактор станцияһы һ.б. төҙөлә. Респ. көньяғында сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү йылдарында төҙөлөш масштаблы күләмдәрҙә алып барыла: иген совхоздарының производство базаһы булдырыла, яңы торама пункттар (Хәйбулла р‑нында Өфө һәм Сиҙәм аа. һ.б.) барлыҡҡа килә. Совхоздарҙа төҙөлөштө башлыса “Башмедьстрой” һәм “Башцелинстрой” трестары алып бара. 1966 й.

БАССР‑ҙың Ауыл төҙөлөшө идаралығы һәм уның райондарҙағы бүлексәләре (ПМК) ойошторола. А.т. ауыл хужалығын электрлаштырыу мөһим йүнәлеш була. 70‑се йй. башында ауылдарҙа соц. объекттар һәм аҙ ҡатлы торлаҡ йорттар төҙөү башлана. Газ менән тәьмин итеү, һыу менән тәьмин итеү һәм канализацияның үҙәкләштерелгән системаларын төҙөү ауылдарҙы төҙөкләндереүгә булышлыҡ итә. А.т. матди-техник базаһын нығытыу өсөн, респ. райондарында урындағы сеймалдан төҙөлөш материалдары етештереү б‑са пр‑тиелар асыла. Малсылыҡта етештереү ҡеүәттәренең иң ҙур өлөшө 60—70‑се йй. сафҡа индерелә (“Башҡортостан” ҡошсолоҡ ф‑каһы, “Рощинский” с‑зы, “Яңы Раевка” тоҡомсолоҡ з‑ды һ.б.). 80‑се йй. аҙ. ауыл ерендә төҙөлөш күләмдәре кәмей, 90‑сы йй. аҙ. башлыса шәхси торлаҡ, мәҙәниәт йорттары, мәктәптәр, дауаханалар төҙөү иҫәбенә арта. 20 б. аҙ. төҙөлгән объекттарҙың иң ҙурҙары: Аҡъяр һыуһаҡлағысы, Таналыҡ һыуһаҡлағысы, бәләкәй гидроэлектростанциялар, тирмәндәр, элеваторҙар һәм ҡатнаш мал аҙығы цехтары. БР‑ҙа А.т. “Башводмелиорация”, “Башсельремстрой”, “Башсельстрой”, “Башсельэнерго”, “Элеваторспецстрой” һ.б. пр‑тиелар, АСК объекттарын проектлауҙы “Башагропромпроект”, “Башагропромтехпроект”, “Башагростройпроект” ин‑ттары һ.б. башҡара. А.т. төп етештереү күрһәткестәре 1‑се һәм 2‑се табл. бирелгән.

Р.В.Әмиров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: