Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕЛЬЧУК Николай Алексеевич

Просмотров: 735

СЕЛЬЧУК Николай Алексеевич (27.10.1927, Украина ССР‑ы Котюжинцы а. — 22.1.2016, БР‑ҙың Нуриман районы Красный Ключ а.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР-ҙың атҡаҙанған урман сәнәғәте хеҙмәткәре (1984). Урал урман-техника институтын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1957). 1948—54 йй. һәм 1957—93 йй. Нуриман районының Яманйылға урман сәнәғәте хужалығында эшләй: 1958 й. алып баш инженер, 1966—88 йй. директор. С. етәкселегендә таҡта ярыу, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары сығарыу цехтары файҙаланыуға тапшырыла; аҡ шыршы майы, ағас юнысҡыһы етештереү һ.б. үҙләштерелә. Октябрь Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), Халыҡтар дуҫлығы (1986) ордендары менән бүләкләнгән.

Т.П.Лелюх

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.03.2023