Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠМУЛЛА

Просмотров: 3854

АҠМУЛЛА [ысын исеме Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы; 14.12.1831, Ырымбур губ. Бәләбәй өйәҙе Күл‑Иле‑Мең улусы Туҡһанбай а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 8.10.1895, ш. уҡ губ. Троицк өйәҙе Һарыҫтан а. янында, Мейәс Заводы ҡсб (Мейәс ҡ.) ерләнгән], башҡ. мәғрифәтсе‑шағиры. Мулла ғаиләһендә тыуған. Архив мәғлүмәттәре б‑са, ата‑әсәһе Камалетдин Исҡужа улы һәм Бибиөммөгөлсөм Сәлимйән ҡыҙы Күл‑Иле‑Мең улусының аҫаба башҡорттары була. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс аа. мәҙрәсәләрендә уҡый, Стәрлебаш мәҙрәсәһе шәкерте була, унда Ш.Зәкиҙең дәрестәрен тыңлай. Башҡорттар һәм ҡаҙаҡтар араһында йөрөгәндә мөғәллимлек итә, төрлө һөнәр м‑н шөғөлләнә, сәсәндәр һәм аҡындар әйтешендә ҡатнаша. Һәләтле шағир-импровизатор булараҡ танылыу яулай. А. аҡыл эйәһе булараҡ формалашыуында уның З.Х.Рәсүлев м‑н дуҫлығы ҙур роль уйнай. А. мәғрифәтселек идеяларын тарата, аҡыллылыҡты, ғәҙеллекте, кешелеклелекте данлай. Шиғри сатира оҫтаһы булараҡ, әҙәпһеҙлектән әсе көлә, властарҙың башбаштаҡлығын һәм законһыҙлығын фашлай. Ошаҡ б‑са, батша армияһында хеҙмәт итеүҙән ҡасып йөрөүҙә ғәйепләнеп, 1867—71 йй. Троицк ҡ. төрмәһендә ултыра. Тотҡонда сағында йөкмәткеһе б‑са тәрән мәғәнәле әҫ. береһе “Мәҡанем минең — зиндан” шиғырын яҙа. 1892 й. нәшер ителгән “Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе” китабы уҡытыу һәм тәрбиә биреү системаларын үҙгәртеп ҡороу т‑дағы ҡараштарҙы сағылдыра. “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырында А. тәүгеләрҙән булып халҡын белем алыуға саҡырып мөрәжәғәт итә. Уның программа рәүешендәге “Нәсихәттәр” шиғыры 19 б. 2‑се ярт. ижт.‑филос. фекер үҫешенә ҙур өлөш индерә.

А. милли поэзияла үҙенсәлекле йүнәлешкә нигеҙ һала, уның йоғонтоһон Ш.Бабич, М.Ғафури, С.Ҡудаш, Д.Юлтый, Ш.Әминев‑Тамъяни һ.б. кисерә (уларҙың күп кенә әҫәрҙәре шиғыр төҙөлөшөнөң“Аҡмулла шиғыры” тип аталған айырым бер формаһында яҙылған), башҡорт теле үҫешендә ҙур роль уйнай. А. ижады ҡаҙаҡ һәм татар әҙәбиәттәре үҫешенә әһәмиәтле йоғонто яһай, уның исеме төрөкмәндәр, ҡарағалпаҡтар һ.б. төрки телле халыҡтарҙа киң билдәле була. Шағир т‑да М.И.Өмөтбаев һәм Р.Ф.Фәхретдинов үҙ хәтирәләрендә ҡиммәтле мәғлүмәттәр ҡалдыра. 20 б. 60—90‑сы йй. башҡ. әҙәбиәт ғилемендә үҙ аллы ғилми йүнәлеш — аҡмулласылыҡ үҫеш ала. А. тормошон һәм ижадын өйрәнеүгә Ә.Х.Вилданов, Ф.Кәрим, К.Мәргән, Ә.И.Харисов, Р.Шәкүр һ.б. хеҙмәттәре арналған. Шағир исеме м‑н “Аҡмулла” сатирик ж. атала. Шағирҙың тыуған яғында Аҡмулла М. музейы асылған, уның терр‑яһында һәйкәл ҡуйылған, А. исеме м‑н парк аталған. 1989 й. Миәкә р‑нында уның исемендәге премия булдырыла, “Аҡмулла төйәге” (ҡара: “Октябрь”) гәз. сыға. Әнәс, Мәнәүезтамаҡ аа. мәктәптәрендә мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған; тыуған ауылында, Ҡырғыҙ‑Миәкәлә (бөтәһе лә — Миәкә р‑ны) һ.б. торама пункттарҙа, Мейәс ҡ. урамдарға А. исеме бирелгән. Шағир исемен Педагогия университеты йөрөтә, уның төп корпусы алдында һәйкәл ҡуйылған. 2006 й. алып “Аҡмулла нәсихәттәре” Респ. фольклор байрамы ойошторола, 2007 й. башлап ул йыл һайын үткәрелгән Халыҡ‑ара Аҡмулла көндәре сиктәрендә уҙғарыла.

Әҫәрҙ.: Шиғырҙар. Өфө, 1981; Шиғырҙар. Өфө, 2006; Стихи. Уфа, 1986; Стихи. Уфа, 2006.

Әҙәб.: Харисов Ә.И. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. XVIII—XIX быуаттар. Өфө, 1965; Вильданов А.Х., Кунафин Г.С. Башкирские просветители-демократы XIX в. М., 1981; Шакур Р.З. Звезда поэзии Мифтахетдин Акмулла. Жизнь. Творчество. Мировоззрение. Уфа, 1996.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.03.2021