Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИБАЙ, ҡала

Просмотров: 1395

СИБАЙ, БР‑ҙағы ҡала һәм т. юл станцияһы. Башҡортостандың Урал аръяғының көньяғында, Өфөнән көньяҡ‑көнсығышҡа 464 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) көньяҡ‑көнбайышҡа табан 95 км алыҫлыҡта Ҡарағайлы й. (Төйәләҫ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Майҙаны —154 км2. Халҡы (мең кеше): 1939 — 2,4; 1959 — 28,8; 1989 — 47,3; 2002 — 60,1; 2010 — 63,8. Милли составы (2002): башҡорттар — 53%, урыҫтар — 35,6%, татарҙар — 8,3%. Ҡала составына Төйәләҫ а. (1,0 мең кеше) инә.

Ҡаланың иҡт. нигеҙен тау‑ҡаҙылма сәнәғәте тәшкил итә. С. “Учалы тау‑байыҡтырыу комбинаты” ААЙ‑ның (ҡара: Башҡортостан баҡыр‑көкөрт комбинаты) Сибай филиалы, “Башҡортостан шахта ҡаҙыу идаралығы” асыҡ булмаған АЙ, Урал аръяғы ТЭЦ‑ы, Сибай элеваторы, “Башкиргеология” ААЙ‑ның Көньяҡ‑көнсығыш геол. разведка экспедицияһы һәм “Башавтотранс” ДУП‑ы филиалдары, “Сибай ҡала типографияһы” ДУП‑ы һ.б. эшләй. Ҡала аша Көньяҡ Урал т. юлы (Магнитогорск—Сибай участкаһы), Магнитогорск—Ира, Магнитогорск—Йылайыр—Өфө, Аҡъяр—Сибай—Асҡар—Сермән автомобиль юлдары участкалары үтә. Сибай‑Баймаҡ сәнәғәт узелына инә.

Ҡалала БДУ‑ның Сибай институты, Сибай медицина колледжы, Сибай педагогия колледжы, Сибай сәнғәт колледжы, төҙөлөш һәм сервис колледжы, киң профилле һөнәрселек колледжы, 14 дөйөм белем биреү мәктәбе, ш. иҫ. 9 урта мәктәп, 2 гимназия, 3 лицей, ш. иҫ. Сибай лицейы №9, гимназия‑интернат; 16 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 2 музыка һәм художество мәктәбе, сәнғәт мәктәбе, балалар экология‑биол. үҙәге, йәш техниктар станцияһы, балалар ижады үҙәге, 7 үҫмерҙәр клубы, ДЮСШ, физкультура‑һауыҡтырыу комплексы, боҙ һарайы, бассейн; үҙәк һәм балалар ҡала дауаханалары, наркология, психоневрология һәм туберкулёзға ҡаршы диспансерҙар, СПИД үҙәге; Сибай филармонияһы, Сибай башҡорт дәүләт драма театры, “Сулпан” башҡорт балалар театры, 9 китапхана, Сибай музейы, Халыҡ ижады йорто, кинотеатр; 6 мәсет, ш. иҫ. Сибай “Тәҡүә” йәмиғ мәсете, сиркәү урынлашҡан. 15 халыҡ һәм 12 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Сибайский рабочий” һәм “Атайсал” гәз. нәшер ителә.

1938 й. Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығын разведкалау һәм үҙләштереү ваҡытында эшселәр ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына, 1955 й. хәҙ. статусын ала. Ҡалала 2 мәҙәни мираҫ объекты: филармония (1957) һәм “Мир” кинотеатры (1960) биналары урынлашҡан.

И.В.Голубченко

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Карта города

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: