Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮЛӘМӘ

Просмотров: 844

ТҮЛӘМӘ, кеше һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы, ағыуланыу, биҙгәк, септицемия, карбункулдар барлыҡҡа килеүе, эсәклектең, үпкәнең, баҙам биҙҙәренең зарарланыуы хас. Тыуҙырыусыһы — Bacillus anthracis, аэроб, бацилляр һәм споралы формаларҙа була. Споралары тупраҡта бер нисә тиҫтә йыл һаҡланыуы мөмкин.

Кеше Т. Инфекция сығанаҡтары — ауырыу хайуандар һәм тыуҙырыусының споралары м‑н зарарланған тупраҡ. Ауырыу контакт (ауырыу хайуандарҙы тәрбиәләгәндә, түшкәләрҙе бүлгәндә, тиреһен тунағанда, тире иләгәндә һ.б.), аҙыҡ (ауырыу хайуандарҙың итен һәм һөтөн ҡулланғанда), һауа‑саң аша (малсылыҡ сеймалы м‑н эшләгәндә), трансмиссив (күгәүендәр, себендәр тешләгән осраҡта) юл м‑н йоға. Ауырыуҙың тире, үпкә, эсәк һәм септик (дөйөмләшкән) формалары айырыла. Инкубация осоро бер нисә сәғәттән алып 14 көнгә тиклем дауам итә (йышыраҡ 2—3 көн). Т. тире формаһының төп симптомдары: тән т‑раһы күтәрелеү, тирелә папулалар, эсендә сероз‑геморрагик матдә булған ҡыуыҡсалар, ҡуйы көрән ҡутыр (карбункул) м‑н ҡапланған сей яралар барлыҡҡа килеү; үпкә формаһында — тын ҡыҫылыу, күкрәк ситлегендә ауыртыу, күбекле ҡанлы ҡаҡырыҡ бүленеп сыҡҡан йүткереү; эсәк формаһында — эстең ҡырҡып ауыртыуы, ҡанлы ҡоҫоу, ҡан ҡатыш эс китеү; септик формаһында — дерелдәү, баш ауыртыу, ҡоҫоу, тахикардия, гипотензия, тирелә геморрагик сабыртма һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: инфекцион‑токсик шок, тын алыу етешмәүсәнлеге һ.б. Диагностика өсөн клиник‑эпидемиологик, микробиологик (бактериоскопик, бактериологик, иммунофлюоресцент һ.б.) тикшереү, Асколь б‑са преципитация реакцияһы (тирә‑яҡ мөхит объекттарында тыуҙырыусыны табыу өсөн) мәғлүмәттәре һ.б. ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз (антибактериаль препараттар, Т. ҡаршы үҙенсәлекле иммуноглобулин һ.б.), дезинтоксикацион терапия. Иҫкәртеү: ветеринария күҙәтеүе һәм хайуандарҙы вакцинациялау, йоҡтороу ҡурҡынысы булғанда — хәүеф төркөмөнә ингәндәргә ҡатнаш Т. йәки тере ҡоро вакцина м‑н вакцинопрофилактика үткәреү һ.б. саралар. БР‑ҙа 2005 й. кешенең Т. м‑н ауырыуының — 1, 2008 й. 11 осрағы теркәлгән (100 мең кешегә 0,27).

Хайуандар Т. Ауырыуҙың төп формалары: карбункулёз һәм септик. Оҙайлығы б‑са — үтә киҫкен, киҫкен һәм киҫкенгә яҡын Т.; урынлашыуы б‑са тире, эсәк, үпкә, ангиноз формалары айырыла. Һарыҡ, кәзә, һыйыр малы, йылҡы, болан, дөйә, үлән ашаған ҡырағай хайуандар тиҙ бирешә. Инфекция сығанағы — ауырыу хайуан. Башлыса хайуандар Т. алиментар (мал аҙыҡтары һәм һыу аша), трансмиссив һәм респиратор юлдары аша йоға. Инкубация осоро 1—3 тәүлек дауам итә. Төп симптомдары: көйшәгән хайуандарҙа һәм йылҡыла — биҙгәк, лайлалы тиресәләрҙең күгәреүе, тәнендә карбункулдар һәм сей яралар барлыҡҡа килеүе, ашҡаҙан‑эсәк юлының боҙолоуы; сусҡаларҙа — ангина була. Диагностика өсөн эпизоотологик, клиник һәм лаб. (бактериологик, серологик һ.б.) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз (Т. ҡаршы көслө иммун сыворотка, гамма‑глобулин, антибиотиктар). Иҫкәртеү: хайуандарҙы йыл һайын вакцинациялау, ауырыу хайуандарҙың мәйеттәрен изоляциялау һәм яндырыу, биналарҙы һәм терр‑яларҙы дезинфекциялау, карантин. Башҡортостанда һарыҡ‑кәзәләрҙең ауырыу осрағы 1980 й., йылҡының — 1986 й. һәм 2008 й., сусҡаларҙың 1994 й. теркәлгән. 30—50‑се йй. БАХИ‑ла Т. м‑н ауырыған хайуандарҙан алынған күн сеймалын зарарһыҙландырыу өсөн көкөрт к‑таһын ҡулланыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә (Л.С.Пирогов).

У.Ғ.Ҡадиров, Д.Х.Хунафина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: