Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБДУЛЛИНА Гөлфирә Риф ҡыҙы

Просмотров: 1643

АБДУЛЛИНА Гөлфирә Риф ҡыҙы (4.1.1975, БАССР‑ҙың Ишембай районы Маҡар а.), тел белгесе. БР ФА профессоры (2016), филология фәндәре докторы (2010), профессор (2018). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2022). РФ‑тың почётлы мәғариф өлкәһе хеҙмәткәре (2020). СДПИ‑ны тамамлаған (1995), 1996 й. алып шунда уҡ уҡыта. 2017 й. алып БДУ‑ның шәрҡиәт һәм башҡ. тел ғилеме кафедраһы мөдире, 2019 й. — башҡ. филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡ. теленең морфологияһы, морфонологияһы һәм лексикологияһына арналған. “Башҡорт теленең грамматикаһы” баҫмаһының (3 томда, 2018) 1‑се томының яуаплы мөхәррире, 2‑се һәм 3‑сө томдарының авторҙашы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2021).

  Х е ҙ м.: Башҡорт телен уҡытыуҙа заманса мультимедиа технологиялары һәм методтары. Өфө, 2020 (авторҙ.); Формообразовательные и словоизменительные категории в современном башкирском языке (функционально-семантический аспект). Уфа, 2013; Сопоставительное исследование терминологического поля и профессионального дискурса в разноструктурных языках. Уфа, 2019 (авторҙ.).

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.05.2023
Шәхестәр: